Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 12:12

Һәр өлкәгә – айырым иғтибар

Район хакимиәте башлығы А.Комзалов, уның урынбаҫарҙары Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә ҡатнашты. Республикала үткән аҙналағы хәл-торош менән Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары байҡау яһаны.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы М.Киреев республикала торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге хәл-торош менән таныштырҙы. Артабан БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Т. Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, 15 апрелдән 22 апрелгә тиклем тиклем республикала 60 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, унда икекешенең ғүмере өҙөлә, 69 граждан төрлө тән йәрәхәттәре ала. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ф.Ғүмәров төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында бәйән итте. Төбәктә ошо арала 830 янғын сығыу осрағы теркәлә, унда биш кеше һәләк була.
Һөйләшеү барышында ведомство етәкселәре эш хаҡын ваҡытында түләү, яҙғы сәсеү эштәре, сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарын йыһазландырыу, туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, административ комиссияларҙың эшмәкәрлеге һәм соҡор-саҡырҙарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса сығыш яһаны.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: