Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 11:53

“Китапхана төнө”

Матур китаптар — ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә. Шуның өсөн китап алғанда һаранланмағыҙ. Китаптарҙан айырылмағыҙ.
Ризаитдин Фәхретдинов.
Китапхана — мәғлүмәт, тарихи йәдкәрҙәр, аң-белем, мәғрифәт, күп серҙәр туплаған йорт. Белемгә ынтылған, үҙ мәнфәғәттәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡәнәғәтләндерергә теләүселәр китап усағына килә һәм ошо сихри донъяла күңел тыныслығы, һорауҙарына яуап таба.
Йәш быуында китапҡа һөйөү тәрбиәләү, мәҙәни усаҡҡа йөрөүҙе йәнләндереү йәһәтенән 2012 йылдан алып йыл һайын “Китапхана төнө” тип аталған сара ойошторола башланы. Акция барышында китапханалар, музейҙар, китап магазиндары, галереялар барыһы өсөн үҙ ишектәрен аса. Уларҙы бында билдәле яҙыусылар, шағирҙар, нәшер итеүселәр, ҡәләм оҫталары, китапханасылар менән осрашыуҙар көтә. Төрлө экскурсиялар, күргәҙмәләр, конкурстар, китап йәрминкәләре уҙғарыла.
Районыбыҙҙың нәфис тел оҫталары ижадын һөйөүселәре акцияны яратып ҡабул итә, бигерәк тә балалар. Был көн үҙәк китапханала улар өсөн бай һәм сағыу программа әҙерләнде. Төрлө сәхнә геройҙарын сағылдырған китапханасылар байрамды “Классикаға яңы ҡараш” тигән көлкөлө сәхнә әҫәре менән асып ебәрҙе. Артабан И.А.Крыловтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы авторҙың “Ябай бер әкиәт” мәҫәле буйынса спектакль тәҡдим итте. Шулай уҡ Уильям Шекспирҙың әҫәрҙәренә лә “сәйәхәт” ҡылынды. Уның барышында тамашасылар төрлө мауыҡтырғыс слайдтар ҡараны, “130-сы сонетты эҙләү” квест ярышында ҡатнашты. Ике командаға бүленгән китап һөйөүселәр маршрут ҡағыҙҙары буйынса “Шекспир”, “Трагедия”, “Мөхәббәт”, “Тарих”, “Драма” станциялары туҡталыштарында һорауҙарға яуап бирә-бирә кем уҙарҙан билдәле сонетты йыйҙы.
“Китапхана төнө” “Ботаника” тигән уйын менән тамамланды. Еңеүселәргә, иң әүҙемдәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: