Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
26 Апреля 2019, 07:18
“Күңелле Светофоркин мәктәбе”
Бөгөн урамда, юлда тәртип мәҙәниәте тәрбиәләү — көнүҙәк мәсьәлә. Юл-транспорт хәрәкәтендә һаҡ булыу, үҙеңде дөрөҫ тотоу балаға кескәй саҡтан уҡ өйрәтелергә тейеш.
“Әкиәт” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында фәһемле, тәрбиәүи саралар йыш уҙғарыла. Яңыраҡ хәүефһеҙлек аҙналығы сиктәрендә юл-транспорт йәрәхәттәрен профилактикалау маҡсатында “Аҡбуҙат” һәм “Смешариктар” төркөмдәре араһында “Күңелле Светофоркин мәктәбе” тип аталған уйын-викторина ойошторолдо. Уны тәрбиәселәр Әнисә Ниғәмова һәм Любовь Сәлихова әҙерләне.
Байрамға бәләкәстәрҙең яратҡан йәнһүрәт геройы юл инспекторы Светофоркин ҡунаҡҡа килде. Ул тәрбиәләнеүселәр менән юлда, урамда үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, конкурстар үткәрҙе. Тәҡдим ителгән презентацияны ҡарағандан һуң, малайҙар һәм ҡыҙҙар һорауҙарға яуап бирҙе.
Иртәлек һуңында “Юл ҡағиҙәләрен үтәһәң, хәүефтән һаҡланырһың” тигән йәнһүрәт ҡаралды. “Аҡбуҙат”тар һәм “Смешариктар”тар юл инспекторы һөнәре менән яҡындан танышты, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә нығыраҡ төшөндө.
Әнисә Ниғәмова,
“Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур