Ил Президенты Владимир Путиндың РФ Ҡораллы көстәренә яҙғы саҡырылыш тураһындағы Указына ярашлы, 1 апрелдән 15 июлгә тиклем 18-27 йәшлек 135 меңдән ашыу ир-егет армия сафтарына алынасаҡ.
Призывниктар көнөн уҙғарыу районда йылына ике тапҡыр ойошторола. Быйыл яҙын 52 егет һалдат хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Яҡташтарыбыҙ илебеҙҙең төрлө ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Ошо айҡанлы Еңеү паркында “Призывниктар көнө” үтте.
Тантанала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ф.Хәсәнова, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хәрби комиссариаты начальнигы урынбаҫары С.А.Симонов, Убалар ауылының имам-хатибы А.Һабанғолов, протоиерей Е. Коробов һәм 1-се, 2-се Архангел мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
– Әрмелә хеҙмәт итеү – һәр ир-егеттең Тыуған ил алдында үтәй торған изге бурысы. Ҡораллы көстәр сафында булыу кешене тәрбиәләй, сыныҡтыра. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, ата-олатайҙар рухына тап төшөрмәгеҙ, ата-әсәләрегеҙ, тыуған ерегеҙ менән бәйләнеште өҙмәгеҙ,- тине Фәрзәнә Фәсхетдин ҡыҙы.
Артабан Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары хәрби комиссариаты начальнигы урынбаҫары Сергей Алексеевич буласаҡ һалдаттарға уңышлы хеҙмәт, хәйерле юл теләне. Өгөт-нәсихәтен шулай уҡ Убалар ауылы мәсетенең имам-хатибы Азамат Һабанғолов менән протоиерей Евгений Коробов та еткерҙе. Ата-әсәләр исеменән Рәүфилә “лимғолова ил һаҡсыларына изге теләктәрен, балаларҙың иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләне.
Йәштәргә ауыл советтары тарафынан бүләктәр һәм тыуған яҡ тупрағы һалынған янсыҡтар бирелде. Байрам сараһы “Һалдат бутҡаһы”н ауыҙ итеү һәм 1-се Архангел мәктәбенең тарихи музейына экскурсия менән тамамланды.