Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 11:45

Иҫтәлеккә - турнир

“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә Советтар Союзы геройы Тимофей Александрович Саевич иҫтәлегенә арналған баскетбол ярышы уҙҙы. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы район Советы рәйесе Ф.Йортомбаев, райондың йәштәр эше, спорт һәм физик культура буйынса комитет рәйесе Алевтина Тиунова, “Уфимец” баскетбол клубы ағзалары Е.Маринин менән П.Кречетов сәләмләп, спортсыларға уңыштар теләне. Артабан спорт мастеры Павел Кречетов баскетбол тубы менән оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Көйәрмәндәр уның оҫталығын юғары баһалап, көслө алҡыштар менән оҙатты.
Кубокты яулар өсөн турнирҙа бөтәһе дүрт команда дәғүә белдерҙе. Шулай ҙа “Архангел-1” – “алтын”, “Архангел-2” – “көмөш”, “Студенттар” “бронза” миҙал яуланы. Бер рәттән В.Ащеулов –“Иң яҡшы судья”, Е.Сытин –“Иң яҡшы баскетболсы”, Н.Желтов – “Иң яҡшы һөжүмсе”, Д.Бухмастов – “Иң яҡшы һаҡсы”, ә А.Бәширов менән С.Рубин “Туп индереү” номинацияларында билдәләнде. Еңеүселәргә кубок, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: