Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 12:25

Берҙәмлектә — көс

Бөгөн кооперацияларға берләшеү ваҡ хужалыҡтар өсөн бик отошло, сөнки улар сеймалды тулыһынса эшкәртеп, юғары сифатлы продукцияны ҙур күләмдә һатыуға сығара. Берҙәмлектә — көс тигәндәй, улар ер-береһенә ярҙам итеп, хеҙмәттәренең файҙаһын күреп, ниәттәрен тормошҡа ашыра. Район умартасылары ла ошо маҡсаттарҙан сығып, кооперативтарға берләшә башланы.
“Медовик” кооперативы районда ғына түгел, республика кимәлендә лә билдәлелек яулаған ойошма. Ул ауыл хужалығы министрлығы үткәргән конференцияларҙа, бәйгеләрҙә һәм башҡа сараларҙа ҡатнашып, дәрәжәле урындар яулап килә.
Кооперацияға ете ваҡ хужалыҡ берләшкән: Сикйылға ауылынан Мусиндар ғаиләһе, Хәйҙәр Богдалов (Көмәрле), Тәслимә Рәхимова (Абҙан), Олег Тулибаев (Благовещенка), Игорь Баранов (Архангел), Алексей Трапезников (Максим Горький). Ойошманың Максим Горький ауылында урынлашҡан махсус бинаһы бар. Дәүләт ярҙамы һәм үҙ тырышлыҡтары менән балды етештереү күләмен арттырыу өсөн технологик ҡорамалдар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алынған. Ғөмүмән, һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн бар шарттар ҙа булдырылған.
— Быйыл барыбыҙҙың да бал ҡорттары яҡшы ҡышланы, тип әйтһәк тә була. Тырыштар, дәртлеләр бергә йыйылғанда, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү оҙаҡ көттөрмәҫ.
Әле бал һәм балауыҙ етештереүҙе, һауыттарға тултырыуҙы, тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлау, үрсетеү эштәрен яйға һалабыҙ. Кооператив ағзаларының, эшселәренең белемен камиллаштырып тороу, умартасылыҡты киңәйтеү, үҙебеҙҙең махсус кибетебеҙҙе булдырып, эшебеҙҙе тағы ла йәнләндереү кеүек маҡсаттар менән янып йәшәйбеҙ.
Командабыҙ һәләтле, уңышҡа өлгәшеүебеҙгә шик юҡ,-тип һөйләп үтте кооператив рәйесе А.Трапезников.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: