Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 11:09

Берҙәм эштә — бәрәкәт

Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙ күҙгә күренеп йәмләнә, матурлана: өйҙәр зауыҡлы итеп биҙәлә, ҡоймалар һәм ҡапҡалар заманса материалдарҙан эшләнә. Урамдарҙы ла танырлыҡ түгел — ҡайһы бер ауылдарҙа урамдарға ҡырсынташ түшәлә, икенселәрендә "аҡыллы" лампалар ҡуйыла, өсөнсөләрендә бағаналар буялып, юл буйына ағастар ултыртылып, йәшел зоналар барлыҡҡа килтерелә. Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтен, йәшәйешен күркәмләндереү йәһәтенән башҡарыла.
Ауыл кешеләре яҙ етеп, ер өҫтө ҡарҙан әрселгәс тә, тирә-йүнде төҙөкләндереү менән мәшғүл. Таҙалыҡ урынлаштырыу маҡсатынан даими рәүештә өмәләр ойошторола. Күптән түгел Ҡыҫынды ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре лә бина территорияһын тәртипкә килтерҙе. Дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә мәҙәниәт йортобоҙ яны сүп-сарҙан арынып, күркәмләнеп ҡалды. Экологик өмәгә Йәштәр урамының түбәнге яғы ла (унлаған йорт) ҡушылды. Ата-бабаларыбыҙҙан килгән йоланы дауам итеп, үҙебеҙҙең миҫалда берҙәм хеҙмәттең һөҙөмтәле булыуын күрһәттек. Өмәнән һуң таҙарып, матурайып ҡалған урамға ҡарап, һоҡланмай мөмкин түгел ине.
Ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итһен, ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн барыһы ла эшләнә: байрам концерттары, бәйгеләр, милли йолалар, осрашыуҙар ойошторола. Йылдан –йыл клубтың матди-техник базаһы яҡшыртыла. Әлбиттә, был үҙебеҙҙең генә көстән килмәй, шуға күрә предприятие етәкселәренә, эшҡыуарҙарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмай, хәлдәренән килгәнсә финанс, тауар менән тәьмин иткән бағымсыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Мәҫәлән, ауылдаштарыбыҙ Рөстәм Әсәҙуллин һәм Гөлсирә Мөхәмәтйәнова клуб сәхнәһенә ҡорған һәм камзулдар өсөн туҡыма алыуҙа, ә Динара Ишкинина уларҙы тегеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡыҫынды “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Зифа Абдуллина ла үҙҙәренең төркөм ағҙаларына күлдәктәр өсөн туҡыма һатып алып, бына тигән сәхнә костюмдары тегелде. Ошондай кешеләр әлеге ҡатмарлы заманда изге ғәмәлдәре менән учреждениеның матди базаһын нығытыуға, яңы быуындың күп ҡырлы һәләттәрен үҫтереүгә, милли мәҙәниәтте тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерә, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға оло шатлыҡ бүләк итә.
Раушан Хазиәхмәтов,
мәҙәни саралар ойоштороусы.
Читайте нас: