Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында шахмат уйнаусы ғаиләләр араһында турнир үтте. Райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитеты, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы тарафынан ойошторолған бәйгелә ете команда үҙ-ара көс һынашты.
Ярышта оло йәштәгеләр ҙә, бәләкәй балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашырты. Мәзитовтар менән Рәхимовтар ғаиләләре командаһы өс быуын шахматсылары менән тупланһа, Әхиәровтар – атай менән ике ул, Исхаҡовтар –атай менән ике бала, Фәттәховтарҙан олатай менән ике ейәнсәр килде.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса иң күп мәрәйҙе Мәзитовтар йыйып – беренсе, Рәхимовтар – икенсе, Әхиәровтар өсөнсө баҫҡысҡа сыҡты. Еңеүсе командалар кубок, миҙалдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.