Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Апрель 2019, 18:12

Яҙғы сәсеү старт алды

“Үҙәк” МТС-ның Ҡыҙыл Еҙем бүлексәһе базаһында сәсеү кампанияһы алдынан райондың аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек кимәлен тикшереү маҡсатында агрокәңәшмәгә йыйылды. Сарала район хакимиәте башлығы А.А.Комзалов, уның урынбаҫары Ғ.И.Төгөлбаев, дәүләт-техник күҙәтеү инспекцияһының баш инженер-инспекторы С.А.Палтусов Ауырғазы күп профилле колледж филиалы вәкилдәре, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре, фермер хужалыҡтары етәкселәре, агрономдар ҡатнашты. Александр Комзалов пленар өлөштә аграрийҙарҙы сәләмләгәндән һуң, агротехник эштәрҙең ваҡытында башҡарылыуы, әйләнешкә яңы сорттар индереү, техника парктарының торошо менән ҡыҙыҡһынды, баҫыу батырҙарына уңыштар теләне. Артабан сарала ҡатнашыусылар хужалыҡтың орлоҡ келәтенә йүнәлде. “Үҙәк” МТС-ының баш агрономы Фәнил Ғәлиев бөртөклөләрҙе дөрөҫ һаҡлау, эшкәртеү, ашлау, сәсеү алдынан тейешле процедураларҙы үткәреү, сорттарға айырыу тураһында һөйләне, тәжрибә менән уртаҡлашты.Техникаға килгәндә, механизаторҙар “тимер аттарын” күптән сафҡа индергән, яғыулыҡ-майлау материалдары ла етерлек кимәлдә тупланған, эшсе ҡулдарға мохтажлыҡ юҡ. Ғөмүмән, ауыл хужалығы уңғандары яҙғы сәсеүгә төшөргә ныҡлы әҙер. Ғәлей Төгөлбаев аграрийҙарҙы дәүләт тарафынан күтәреү программалары, минераль ашламалар, элиталы орлоҡтарҙың отошло булыуы, баҫыуҙарҙа агротехник нормаларҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү үҙенсәлектәре тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны, бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтарҙы, тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең агроном-консультанты Р.Абдулин орлоҡтартарҙың Россельхоз үҙәге тарафынан тикшерелеүе, сифатлы продукция алыу өҫтөндә эшләү, ашламаларҙың әһәмиәте һәм башҡа мәсьәләләргә туҡталды. С.Палтусов хужалыҡтарының техник тикшереүҙе үтеп бөтөүҙәрен белдерҙе һәм страховка ваҡыты бөткән осраҡта кисектермәҫтән уны оҙайтыу, махсус таныҡлыҡтарҙың мотлаҡ булыуы хаҡында һөйләне. Кәңәшмәлә бөтә актуаль һорауҙар ҙа ҡаралды. Дөйөм алғанда, район кимәлендә аграрийҙар был сәсеү кампанияһына әҙер, яғыулыҡ материалдары индерелә, техника көйләнгән. Тиҙҙән орлоҡтарҙы ағыулау эштәре башлана. “Яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында үткәрербеҙ. Бөгөндән сәсеүҙе башларға старт бирелде”- тип йомғаҡлау һүҙен әйтте район хакимиәт башлығы. Дилара Бәҙретдинова.

Читайте нас: