Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан тарихи биттәре” тигән муниципаль район ойошмалары һәм учреждениелары араһындағы һәүәҫкәр театр фестиваль-марафоны Максим Горький ауыл биләмәһендә лә ойошторолдо. “Шәфҡәтлелек” интернат-йорто хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре был сарала ҙур әүҙемлек күрһәтте. Улар күргәҙмәлә ҡул эштәрен тәҡдим итте, концерт номерҙарында ҡатнашты.
“Көлкө көнө” уңайынан бында бик күңелле тамаша үтте. Байрам һәр кем өсөн күңел асырға, ял итергә мөмкинлек бирҙе. Тамашасылар иғтибарына сәхнәләштерелгән көлкөлө әҫәрҙәр, сағыу бейеү һәм йырҙар тәҡдим ителде.
“Сулпан” мәсетенең имам-хатибы Батыргәрәй Мәзитов интернатта йәшәүселәр менән йыш осраша. Был юлы ул бер-береңде хөрмәт итеү, төшөнкөлөккә бирелмәй, өмөт һәм яҡшы, яҡты уйҙар менән йәшәргә кәрәклек тураһында әңгәмә ҡорҙо. Йортобоҙҙоң иң оло кешеһен — Асатуллин Вафа Әбхәлик улын 80 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, бүләк тапшырҙы.
мәҙәни саралар ойоштороусы.