Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Архангелдә төбәк-ара кәңәшмә уҙҙы. Уның эшендә БР Урман хужалығы министры урынбаҫары Азат Әхтәмов, район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, урман хужалығы, райондың 63-сө янғын һүндереү часы һәм юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Тәү сиратта, ошо ойошмаларҙың техника торошон тикшереү смотры үтте. Унда махсус бригадаларҙың һәм “тимер арғымаҡтарҙың” әҙерлеге ҡаралды. Артабан Максим Горький ауылына илткән юл эргәһендәге урманда янғын һүндереү буйынса күнекмә уҙҙы.