Екатеринбург ҡалаһының Урал аграр университетында “Танып-белеү юлында” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-тәжрибәүи конференцияһы үтте. Киң күләмле сараға Пермь, Ырымбур, Миәс ҡалаларынан, Яҡутия, Башҡортостан, Сыуаш республикаларынан һәм башҡа өлкәләрҙән 5-11-се класс уҡыусылары йыйылды. Һәләтле балалар электр тогының сығанаҡтарын, ҡояш ҡеүәтен ҡулланыу юлдарын тикшерҙе, ММР-06 ракетаһының, ел генераторҙарының моделдәрен ҡорҙо, электромагнит нурҙарының тере организмға, аҙыҡ-түлеккә тәьҫирен өйрәнде, үҙҙәре йәшәгән төбәктең йәшеллек донъяһына баһа бирҙе, тыуған ерҙе һәм тәбиғәтте өйрәнеү буйынса маршруттар төҙөнө, тирә-яҡты һаҡлауға ҡағылған мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә инновацион юлдарҙы тәҡдим итте.
Районыбыҙҙың данын 1-се Архангел мәктәбенең 6А класы уҡыусыһы Пленкина Яна (етәксеһе Эльза Сәләхитдинова) яҡланы. Ул “Биология. Химия. Ботаника” секцияһында “Боланут үләненән (Иван-чай) әҙерләнгән сәй эсемлектәрен үҙенсәлекле ҡулланыуҙы табыу һәм тикшереү” темаһы буйынса уңышлы сығыш яһап “Танып-белеү юлында” фәнни-тәжрибәүи конференцияһының еңеүсе дипломы менән бүләкләнде.