Инйәр
+9 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
24 Апреля 2019, 12:58
Нимә ул дәүләт хеҙмәттәре порталы
Добавить в предпочтительные источники Google
“РФ дәүләт хеҙмәттәре порталы” — интернет – портал ярҙамында белешмә – мәғлүмәт алыу. Физик һәм юридик шәхестәргә Рәсәйҙә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү, контроль һәм күҙәтеү буйынса дәүләт функцияһы, ошо процеста ҡатнашыусы учреждениелар, ойошмалар тураһындағы мәғлүмәт , шулай уҡ уларҙың электрон ысулы менән файҙаланыу мөмкинлеге бирелә. Ябайлаштырып әйткәндә, был портал аша мөһим булған теләһә ниндәй юридик белешмә алына. Бынан тыш, ошонда уҡ ниндәйҙер хеҙмәткә (мәҫәлән, сит ил паспортын эшләтеүгә, ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт һорап, хөкөм ителеү йәки енәйәти эҙәрлекләү һәм башҡа белешмәләргә) ғариза бирергә мөмкин. Йәғни, һеҙ күп кенә эштәрҙе өйҙән сыҡмайынса башҡара алаһығыҙ. Бының өсөн сиратта торорға, ҡайҙалыр барырға кәрәкмәй. Күрһәтелгән хеҙмәттәр тураһында һеҙҙең телефонға йәки электрон почтағыҙға белдереү киләсәк.
Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү — әлеге мәлдә район полиция бүлегенең төп бурыстарының береһе. Улар хөкөм ителгәнлек (ителмәгәнлек) тураһында белешмә һорап йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр. Был белешмәне алыр өсөн граждандарға урындағы полиция бүлегенә килергә мөмкин. Шулай уҡ 8 (34774) 2-19-66 телефонына шылтыратып ҡабул итеүгә алдан яҙылырға йәки дәүләт хеҙмәттәре ярҙамында заказ бирергә була.
Наталья Бушмелева,
район эске эштәр бүлеге аналитигы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"