Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Апрель 2019, 18:02

Хәләл көс түгеп

Татыулыҡ — тап ошоға ҡорола ла инде ике йәш кеше ҡабыҙған йорт усағының именлеге. Бер-береһенә терәк булып, кәңәшләшеп матур ғүмер кисергән парҙар һәр ерҙә һоҡланыу һәм аҡ көнсөллөк уятып, өлгө алырға мәжбүр итә. Айытмәмбәт ауылында ла бындай ғаиләләр байтаҡ. Мәҫәлән, Клара һәм Илфат Минйәшевтарҙы ғына алайыҡ. Алты бала тәрбиәләүсе ата-әсә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй донъяларын алға тәгәрәтә. Улар менән танышыу матбуғатҡа яҙылыу осорона тура килде. Хужалыҡ мәшәҡәттәре менән шөғөлләнгән хужабикә ғаилә хәлдәре хаҡында бәйән итте. — Илеш районынан килен булып төштөм. Яҙ бергә йәшәүебеҙгә 30 йыл булды. Ирем мәктәп төҙөлөшөндә эшләй. Ҡыҙҙарыбыҙ Алина, Эльвира, Гөлназ мәктәпте күптән тамамланы. Нурзилә —8-се, Илназ—5-се, төпсөгөбөҙ Айгөл 4-се класта уҡый. Биш ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәйбеҙ. Үҙем һөнәрем буйынса тегенсе. Элек “Көнкүреш ҡалдыҡтарына — икенсе тормош” район конкурсында ҡатнашып, призлы урын да алған булды. Хәләл көс түгеп тырышабыҙ үҙебеҙсә, мал-тыуар аҫрайбыҙ, -ти ул. Клара Тәбрик ҡыҙы ҡул эштәренә оҫта. Атаһының заманында бейәләйҙәр тегеп ултырыуына ҡыҙығып, уның эшен үҙ итә һәм ошо йүнәлештә үҙенең тәғәйенләнешен таба. Ғаиләлә лә ҡайһы саҡ һөнәренең файҙаһы тейеүенә ул-ҡыҙҙары ла бик шат. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Иң мөһиме — атай менән әсәйҙең эшһөйәрлеге уларҙың дауамдарында көҙгөләге кеүек асыҡ сағылыш таба һәм күңеле матурлыҡ күрергә, уны үҙе булдырырға теләгән балаларына бына тигән үрнәк. Миләүшә Бәширова.

Читайте нас: