“Урал-Тонус” етәксеһе ҡуртымға алған ер участкаларында “Ял итеү урынын төҙөү һәм балыҡ үрсетеү эше” проекты хаҡында һөйләне. Ә Р. Хәлилов “Бәшмәк үҫтереү” йүнәлешен тормошҡа ашырыу буйынса мөрәжәғәт итте.
Районда бизнес менән шөғөлләнгән һәр граждан “Эшҡыуар сәғәте”ндә ҡатнашырға хоҡуҡлы. Улар унда белгестәр тарафынан файҙалы кәңәштәр алып, үҙ эшмәкәрлегендә ҡулланасаҡ.