Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Апрель 2019, 18:04

“Бирешмә”

“Тамыр” телеканалының үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә төшөрөлгән беренсе “Бирешмә” сериалы социаль проектҡа әүерелде. Ул йәштәр, мәктәп уҡыусылары менән социаль селтәрҙәр аша аралашып, яңынан-яңы проекттар уйлап табып, тапшырыу, концерт, акция форматындағы изге эштәрен атҡарыуын дауам итә.
“Бирешмә” беренсе үҫмерҙәр премияһы көслө рухлы, тәүәккәл, маҡсатлы, һәләтле, белемле йәштәргә хөрмәт күрһәтеү, ижади хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү, уларҙы баһалау, тиҫтерҙәренә өлгө булыуҙы, яңы үрҙәргә дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Премияға 8 йәштән 18 йәшкә саҡлы фән, әҙәбиәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, үҙ һүҙен әйткән, башҡорт телендә ижад иткән, батырлыҡ күрһәткән һәр үҫмер дәғүә итте.
7 апрелдә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында ҙур байрам рәүешендә “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы һәм “Башҡортостан” Дәүләт концерт залы ойошторған “Бирешмә” беренсе балалар премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Йәш геройҙарҙы, ижадсыларҙы һәм уйлап табыусыларҙы “Бирешмә” төркөмө солистары, ҙур етәкселәр, дәрәжәле шәхестәр һәм башҡорт эстрадаһының йәш йондоҙҙары, музыканттар ҡотланы.
Мәртәбәле конкурста йәмғеһе 137 бала ҡатнашты. Еңеүселәр 7 номинацияла билдәләнде.
Тирәкле мәктәбе районда ғына түгел, республика кимәлендә лә үҙенең һәләтле, әүҙем, алдынғы ҡарашлы уҡыусылары менән киң билдәле. Гүзәл Шәрәфетдинова ла шулар иҫәбендә.
— “Бирешмә” төркөмө менән электән “Бәйләнештә” селтәре аша аралашам. Быйыл улар конкурс иғлан иткәс, үҙ көсөмдө һанап ҡарау маҡсатынан ғариза ебәрҙем. Уҡытыусыларым, ата-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым минең теләгемде хуплап, күтәреп алды, әҙерләнеүҙә ярҙам күрһәтте. Был бәйгелә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларының һәләтле, көслө уҡыусылары төрлә йүнәлештәрҙә үҙҙәренең ҡаҙаныштарын, проекттарын тәҡдим итте. Йәш экологтар араһында минең эштәрем юғары баһаланып, "Бирешмә! Ереңде һаҡла!" номинацияһында еңеүсе дипломына, “Бирешмә” Кубогына лайыҡ булды. Шулай уҡ “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы аҡсалата премия бүләк итте.
Еңеүем тураһында ишеткәс, ышанмай торҙом. Бик ҡыуандым! Яҡындарым, дуҫ-иштәрем, уҡытыусыларым барыһы ла минең еңеүемә ҡәнәғәт. Уларҙың ышаныстарын аҡлай алыуыма сикһеҙ шатмын,-тип кисерештәре менән уртаҡлашты уңған ҡыҙ.
Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, Гүзәлде еңеүе менән ҡотлап, киләсәктә яңы бейеклектәр яулауын теләйбеҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: