Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Апрель 2019, 17:55
"Айыҡ ауыл"да ҡатнашайыҡ!
Республикала “Айыҡ ауыл” конкурсына старт бирелде. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин белдерҙе. Ойошма етәксеһе билдәләүенсә, сараға айыҡ йәшәү рәүеше өлгөһөн күрһәткән чиновниктарҙы, журналистарҙы, сәнғәт оҫталарын йәлеп итеү күҙаллана. Шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары аша ныҡлы пропаганда алып барыу планлаштырыла.
Конкурс ике этапта үтә. Беренсеһе райондар араһында 10 апрелдән 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. Унда барлыҡ ауылдар ҡатнаша ала. Икенсеһендә, республика этабында, муниципаль райондар еңеүселәре һынау тота. Конкурсҡа йомғаҡ 30 ноябргә тиклем яһала. Еңеүселәр республика Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия (маҡсатлы) менән бүләкләнәсәк: беренсе урынға – 500 мең, икенсегә – 250 мең, өсөнсөгә – 150 мең һум.
Бынан тыш, финалға сыҡҡан ун ауылға 30-ар мең һум матди ярҙам аласаҡ. Шулай уҡ ойоштороу комитеты айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған район хакимиәте, ауыл биләмәһе етәкселәре, мәктәп диреторҙары, уҡытыусылар, журналистар, пенсионерҙар, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәре һ.б. араһында 20 әүҙемсене билдәләйәсәк, уларға Хөкүмәт дипломдары, 10-ар мең һум премия биреләсәк.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявканы 12 майға тиклем
[email protected]
электрон адресы буйынса бирергә мөмкин.
Ойоштороу комитеты.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?