Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
24 Апреля 2019, 12:30
“Асыштар алдында”
Туймазы ҡалаһында фән, техника һәм сәнғәт өлкәһендә һәләтле балаларҙы, студенттарҙы асыу, уларҙы артабан үҫтереү һәм күтәреү маҡсатынан “Асыштар алдында” тип аталған III Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү конференцияһы үтте.
Фәнни форумдың эшендә Башҡортостан, Силәбе өлкәһе, Татарстан мәктәптәре, урта һәм юғары махсус уҡыу йорттарынан 400-ҙән артыҡ уҡыусы һәм студент әүҙем ҡатнашты. Улар 26 йүнәлеш буйынса үҙҙәренең тикшеренеү проекттарын тәҡдим итте. Мәртәбәле сарала районыбыҙҙың данын 2-се Архангел мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Сәйғәфәров Динис (етәксеһе Н.Ю.Тимакова) яҡланы. Һәләтле яҡташыбыҙ “Математика” йүнәлешендә I Дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур