Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Апрель 2019, 17:42

Һанлы телевидение – заман талабы

2019 йылдан федераль каналдар һанлы форматҡа күсә башланы. Был башланғыс "2009-2018 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү" федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Район халҡы 20 каналды һәм 3 радиостанцияны бушлай ҡарай һәм тыңлай аласаҡ. Һауа торошо ниндәй генә булмаһын, телевизорҙағы һүрәт һәм тауышҡа йоғонтоһо бер ҙә һиҙелмәйәсәк. Әгәр өйҙә элекке телевизор икән, дециметрлы антеннанан тыш, махсус приставка алырға кәрәк буласаҡ.
Билдәле булыуынса, һанлы телевидениеға күсеү сәбәпле, 3 июндән аналог телетапшырыуҙар туҡтатыла. Шуға күрә әлеге көндә телетапшырыуҙарҙы ябай антенна менән ҡараусыларға һанлы форматҡа күсеү сараһын күреү мотлаҡ. Антенна алыуҙа льготалы категорияға ҡараған граждандарға: пенсияһына федераль өҫтәлмә түләү алыусыларға һәм балалар пособиеһы алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы ҡаралған. Мәғлүмәт буйынса 8 347-74-2-18-30 телефондарына шылтыратып белергә мөмкин.
Алевтина Бочкарева,
район хакимиәте идарасыһы.
Читайте нас: