Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Апрель 2019, 17:45

Йөҙ йыллыҡҡа – шахмат турниры

Башҡортостан Республикаһының 100 йылллығы уңайынан “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында йәштәр араһында шахмат турниры ойошторолдо. Райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт буйынса комитеты, “Йәш депутаттар ассоциацияһы” һәм “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы тарафынан ойошторолған бәйгелә 50-нән артыҡ шахматсы ҡатнашты. Йола буйынса 10 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар, 11-17 йәшлек үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар, шулай уҡ 18 йәштән олораҡ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара көс һынашты.
10 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Мәзитова Разалия (Архангел) – беренсе, Фәләхиева Карина (Максим Горький) – икенсе, Хәйретдинова Аделина өсөнсө булһа, малайҙарҙан Мәзитов Руслан (Баҡалды), Лапсин Евгений (Ҡыҙыл Еҙем) һәм Шәрәфетдинов Кирилл (Максим Горький) тәүге өс баҫҡысты биләне. 11-17 йәштәгеләрҙән ҡыҙҙар араһында Рәхимова Камила (Приуралье) – “алтын”, Губачева Юлия (Ҡыҙыл Еҙем) – “көмөш”, Аҫылбаева Аделина (Архангел) “бронза” миҙал яуланы. Һәр йылдағыса үҫмерҙәр араһында айырыуса көсөргәнешле уйындар үтте. Тәүәкәстән Вилдан Ҡунаҡҡолов иң күп мәрәй йыйып, чемпион исеменә лайыҡ булһа, икенселә – Хөсәйенов Радмир (Архангел), өсөнсөлә – Эмиль Әхиәров (Архангел).
Ир-егеттәрҙән Азат Мәзитовҡа (Баҡалды) тиңдәр табылманы, Айдил Әхиәров (Архангел) – икенсе, район үҙәгенән Андрей Кудряшов өсөнсө булды. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ дүрт йәшлек Рәхмәтуллин Мөслим (Архангел) “Иң йәш шахматсы” номинацияһында билдәләнде.
Райондың “Йәш депутаттар ассоцияцияһы” белдереүенсә, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған турнир өсөнсө тапҡыр ойошторола һәм ярышта ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: