Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Апрель 2019, 17:56

“Ҡыҙғы батыры”

Ҡыҙғы ауылында күптән түгел бик матур сара уҙғарылды. Уның исеменән үк күренеүенсә, ир-егеттәрҙең үҙ тыуған яғын хәстәрләп, “Ауылымдың яҙмышы минең күҙлектән” тип аталған тамашаһы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналып, ысын мәғәнәһендә күңелдәрҙә рухи асыл, милли үҙаңды уятыуға этәргес булды. Уны ойоштороуға айырыуса Зәкиә Мөхәмәтова, Роза Әхтәмова, Фәриҙә Сиражетдинова, Гөлназ Камалетдинова, Гөлнара Тажетдинова, Физәлиә Тажетдинова ҙур тырышлыҡ һалған.
Алып барыусыларҙың (З.Мөхәмәтова, Р.Әхтәмова) шиғри шәлкемдәрендә Урал батыр тоҡомдары йәшәгән Башҡортостаныбыҙҙың хозур төйәк булыуы һәм уның көсө-ҡеүәте — халыҡтар берҙәмлегендә икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Алдан уҡ әҙерлек барышында бәйгеселәргә етди һәм мөһим һорауҙар ҙа бирелгән, интерактив таҡтала уларҙың тапҡыр яуаптары ишетелде. Ауылды төҙөкләндереү һәм йәштәрҙең тап тыуған ерендә төпләнеүе көнүҙәктә ине. “Киләсәк ауылыбыҙ кирбестәрен бөгөндән һалабыҙ!” — бәйге девизылай яңғыраны. Батыр егет —ил күрке тигәндәй, сәхнәгә зирәклек, таһыллыҡ һәм шулай уҡ батырлыҡта, маһирлыҡта көс һынашырға әҙер дүрт егет — Илшат Сиражетдинов, Арслан Сиражетдинов, Йәмил Әхтәмов һәм Илнур Сиражетдинов сыҡты.
“Визит карточкаһы” тигән һынау үҙең менән таныштырыуға бағышланды. Егеттәрҙең һәр береһе төшөп ҡалғандарҙан түгел икән. Ауылым, илем, тип янып йәшәүҙәрен иҫбатларға һәм уй-ниәттәрен асыҡлап, ошо хаҡта ентекле бәйән итеп, видеояҙма аша ғаиләһе тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырҙы. Ғөмүмән, эшһөйәр, рухлы, сәмле, маҡсатлы булыуҙары менән айырылып торған көслө заттарға залдағылар гөрләтеп ҡул сапты.
Һәр кем ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда юғалып ҡалмайынса тейешле ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәклеген белергә тейеш. Икенсе имтихан — “Интеллектуаль викторина”ла нәҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү, нығытып ҡуйыуҙа улар, әлбиттә, һынатманы. Егеттәр алдағы спорт ярышына әҙерләнгән арала Ғатауллина Винария батмустар менән бейеп күңелдәрҙе арбаны.
Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух тибеҙ, физкультура һәм спортҡа конкурсанттарҙың ныҡлы иғтибар биреүен ярыш төрҙәре (пневматик винтовканы һүтеп-йыйыу, гер күтәреү, физик күнекмәләр) дәлилләне. Илнур һәм Арслан иң күп мәрәй йыйыуға өлгәште.
Артислыҡ һәләттәре иһә “Беременские музыканты”ға геройҙарҙың үҙ-ара һөйләшеүен “йәнләндереү” йәғни телмәр өҫтәүгә бәйле булғанлыҡтан, бер аҙ уйландырҙы, шуға күрә йәнһүрәткә “йән өрөү” әҙерлек талап итте. Шулай итеп, егеттәрҙең берҙәм рәүештә һынауҙы заманға яраҡлаштырып юмор аша һүрәтләп биреүе барыһына ла оҡшаны. Музыкаль паузала иһә Фәриҙә Сиражетдинова ейәнсәре Наҙгөл менән, Эльвина Сиражетдинова, Наҙгөл Камалетдинова һәм Сулпан Сиражетдинова залды йыр-моңға, бейеүгә күмеп, илаһи саф хистәрҙе урғылтты. Ауыл старостаһы, фельдшер Әлфирә Ноғаманова, Илназ Сиражетдинов аһәңле шиғырҙар менән тәьҫирләндерҙе
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Илшат, Илнур, Арслан һәм Йәмил дәртле көйҙәргә бейеп, “Милли кейем” бәйгеһен дауам итте. Һәр береһенә килешеп торған зауыҡлы кейемдәрҙе тегеүгә ауылдаштары — алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар оҫтылығын һалынған.
Аҙаҡҡы конкурс “Проект” яҡлауҙа, ысынлап та, егеттәрҙең маҡсаттарына ынтылышы, тыуған ауылына вайымһыҙ түгел икәнлеге асыҡ төҫмөрләнде. Мәғлүмәт технологиялары ярҙамында һәр береһе киләсәген күҙаллап, уйҙарының ысынбарлыҡта нисек ғәмәлгә ашырыласағы хаҡында миҫалдар килтереп илһамланып һөйләне. Илшатты — спорт майҙансығы булдырыу, Йәмилде — абруйлы яҡташтар, шәхестәр, хеҙмәт алдынғылары, Илнурҙы — ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалыу производство асыу, Арсланды — агротуризм мәсьәләләре борсоно. Бәйгеселәрҙең уй-ниәтен барыһы ла хупланы. Жюри рәйесе Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы Урал Шаһиев егеттәрҙе ҡотлап, телмәр тотто. Проекттарҙың һәр береһенә баһа биреп, уларҙы тормошҡа ашырыу проблемаларына туҡталды. Спортта көс-батырлыҡ өлгөһө күрһәткән бәйгеселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырҙы. Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры, “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире Гөлшат Закирова рухи һәм мәҙәни ихтыяжды ҡәнәғәтләндергән сағыу һәм күркәм сара ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Ярышҡа сыҡҡан Ҡыҙғы батырҙарын ихлас тәбрикләп сығыш яһаны һәм физик күнекмәләрҙә ал бирмәгән Илнур Сиражетдиновты бүләкләне. Район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәриә Мағазова номинациялар еңеүсеһен иғлан итте: “Ҡыйыу батыр” — Илнур Сиражетдинов, милли кейем буйынса “Рухлы батыр” — Йәмил Әхтәмов, “Сая батыр” һәм “Ҡыҙғы батыры” Гран-приһын Илшат Сиражетдинов яуланы. 1-се урынды — Арслан Сиражетдинов, 2-сене — Илнур Сиражетдинов, 3-сө урынды Йәмил Әхтәмов алды.
Бәйге тамамланғас та ауыл халҡы таралырға ашыҡманы, һәр кем ихласлығын белдерҙе, Әмир Сәғитдинов тәү башлап үткәрелгән “Ҡыҙғы батыры”ның әһәмиәтле булыуы тураһында һөйләне.
Йәштәр күңелендә ижад ялҡыны дөрләй, дөйөм алғанда, изге эштәр, йәшәү мәғәнәһе тураһында яҡты уйҙар яралған икән, улар, киләсәктә, һис шикһеҙ, тормошҡа ашып, ауыл йәмен арттырасаҡ.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: