Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Апрель 2019, 17:51

Һәр мәсьәләгә – иғтибар!

Район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, уның урынбаҫарҙары Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә ҡатнашты. Республикала үткән аҙналағы хәл-торош менән Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы, БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары байҡау яһаны. Сарала йылғаларҙың һыу кимәле, ойошторолған өмәләр, ауылдарҙа законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһын етештереү, соҡор-саҡырҙарҙы төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау, “Йәшел Башҡортостан” акцияһын ойоштороу буйынса мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә булды.
Яңы һулыш менән
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлек етәксеһе Вячеслав Аброщенко, шулай уҡ ойошма директоры Римма Ғәлиева эш сәфәре менән районда булды. Улар район хакимиәте башлығы Александр Комзалов менән осрашып Аҫҡын боҙло мәмерйәһен төҙөкләндереү, тәбиғи объектты үҫтереү, туристарҙы йәлеп итеү кеүек һорауҙар буйынса әңгәмә ҡорҙо.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: