Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Апрель 2019, 17:08

“Приздарға 1 000 000 (миллион)” марафоны

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы осоронда 2019 йылдың 1 апреленән 30 июненә тиклем “Башҡортостан Республикаһы” БР ДУП-ы Нәшриәт йорто филиалдарында марафон уҙғарыла.
1.Унда ҡатнашыу өсөн 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына Нәшриәт йорто баҫмаларына (6 айға гәзиткә йәки журналға) яҙылырға кәрәк.
2. Квинация күсермәһен урындағы редакцияға ебәрегеҙ (бер баҫма бер суперприз һәм ваҡ дәртләндереү бүләктәрен уйнатыуҙа ҡатнаша). Ҡатнашыусының адресы һәм контакт мәғлүмәттәре мотлаҡ.
3. Гәзит һәм журналдарҙа еңеүселәрҙең исемдәре баҫыласаҡ.
4. Приздарҙы уйнатҡанда еңеүсене һәр редакция осраҡлы һайлап алыу юлы менән асыҡлай.
5. Редакция комиссияһы ( кәмендә 3 кеше) сара протоколын төҙөй һәм приздарҙы уйнатыуҙы фотоға төшөрә. Документтар копияһын “Башҡортостан Республикаһы” БР ДУП-ы Нәшриәт йортона ебәрә.
6. Приздар еңеүселәргә урындарҙа, Нәшриәт йорто филиалдарында тапшырыла.
Читайте нас: