Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Апрель 2019, 17:05

Һоҡланғыс кеше ине

Инйәр йылғаһының бейек ярында урынлашҡан Көмәрлелә эшһөйәр кешеләр йәшәй, бәлки, шуға ла улар араһында оҙон ғүмерлеләр күп. Ошо көндәрҙә 99 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ете йыл дауамында хәрби хеҙмәттең әсеһен татыған Мөхәмәт Тәҡиулла улы Сурағолов яҡты донъя менән хушлашты.
Әлеге көнгә тиклем район, республика баҫмаларын алдырып, замандан артта ҡалмай, бар яңылыҡтар менән танышып йәшәне ул. Тормош иптәше Наилә апайҙың вафатынан һуң, яңғыҙ көн итһә лә, көндәлек мәшәҡәттәргә бирешмәне. Улдары-килендәре, ҡыҙҙары-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре тирә-яҡҡа йәм биреп, балҡып торған йорттоң тупһаһын һыуытманы. Шулай булырға тейеш тә.
Көс-ғәйрәте ташып торған Мөхәмәт ағай балаларын уҡытты, һәр ҡайһыһына күңелдәре ятҡан һөнәр һайларға ярҙамлашты. Шуға ла Хәмзә, Рәфил, Фәнис — табип, Әнүәр — инженер-механик, Мәрйәм — шәфҡәт туташы, Камил — водитель, Фаилә еңел сәнәғәт өлкәһе белгесе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр, тыуа-тыуасар ҙа уҡырға, заманса һөнәр алырға тырышты. Араларында кемдәр генә юҡ —бөтәһе лә булдыҡлы, тәртипле, итәғәтле.
Мөхәмәт ағай менән осрашҡан мәлдәрҙә оҙон ғүмерле булыуҙың сере хаҡында һорай торғайным. “Тәмәке көйрәтмәнем, “йәшел йылан” менән дуҫлашманым, балаларыма ғына түгел, бөтә ауылдаштарыма ла изгелек кенә ҡылдым, шуға уларҙың рәхмәте миңә оҙон ғүмер булып ҡайтты,”-тиергә ярата ине.
Көмәрлелә шәжәрә байрамында Мөхәмәт ағай улы, ейәне менән елкенеп бейене, шул саҡта ғорурлыҡ йөҙөнә сыҡҡайны. Йыл һайын Еңеү көнөнә арналған митингыла халыҡ менән осрашты. 9 Майҙа Өфөлә йәшәүсе улы Әнүәр ҡайтып, атаһын район үҙәгенә алып барып, күңелен күрә торғайны. “Тағы бер Еңеү байрамын күрҙем әле,”-тип һөйөнә ине ул.
Көмәрлелә Мөхәмәт ағай менән Ҡөрьән аштарында осраша инек, хәл-әхүәл һорашһаң: ”Нисек тип ни, телевизор ҡарайым, гәзит-журнал уҡыйым, көндөң үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Әйткәндәй, һинең китабыңды ла баштан аҙағына ҡәҙәр уҡып сыҡтым, көмәрлеләрҙе лә онотмағанһың, рәхмәт һиңә, ҡәрендәш,”-тип әйткәне һаман хәтеремдә. Икенсе осрашҡанда үҙенең йәшлеге, фронт йылдары, II дәрәжә Ватан һуғышы орденының ниндәй шарттарҙа бирелеүе хаҡында һөйләне.
Ауыр заманда ете балаһына ла юғары, урта, махсус белем бирә алыуҙары, киләсәкте хәстәрләүсе, алдынғы ҡарашлы, тәрәндән төшөп фекер йөрөтөүсе Сурағоловтарҙың тәрбиәүи саралары ауыл халҡына өлгө булып торҙо һәм буласаҡ. Көмәрленең тағы бер арҙаҡлы шәхесе тарихҡа күсте. Тағы яҙҙар, тағы йәйҙәр килер, йыл миҙгелдәре алышыныр, ә ил һаҡсыларының, намыҫлы хеҙмәт кешеләренең башҡарған эштәре быуындан - быуынға еткерелер, тик илебеҙ имен, донъябыҙ тыныс, күңелдәребеҙ көр булһын.
Нәсиә Йосопова, педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: