Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Апрель 2019, 17:00

Һиҙгерлек — көн талабы

Бөгөн беҙ йыш ҡына террористик акттар һәм экстремизм тураһында ишетеп торабыҙ. Айырым дәүләттәр өсөн генә түгел, бөтә кешелек донъяһы өсөн ғәйәт ҙур проблемаға әүерелгән был ҡот осҡос күренештәр фәнни күҙлектән ҡарағанда, күп яҡлы һәм киң ҡоласлы. Һуңғы ваҡытта традицион булмаған күренештәр ҙә һиҫкәндереп ҡуя, уларҙың артыуы ла күҙәтелә. Террорға һәм экстремизмға ҡаршы көрәш йүнәлешендә һөҙөмтәле саралар күрелә, әлбиттә. Сөнки социаль объекттар, торлаҡ секторы, транспорт һәм халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа һаҡланыу саралары мөһим.Шулай уҡ хәүефһеҙлек йәһәтенән сигнал ҡуйыла, видеокүҙәтеү, һаҡ булдырыла, кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителә. Тик террорсылар яңынан-яңы ысулдар (экстремистик материалдар таратыу, мәғлүмәт киңлеген, яңы технологияларҙы әүҙем ҡулланыу һәм башҡалар) уйлап табып, халыҡ именлегенә хәүеф менән янай. Йәштәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән экстремистик ағымға йәлеп ителеүе мөмкин. Бының эҙемтәһен зәңгәр экрандар аша ла күреп-белеп торабыҙ: сит илдәрҙәге миллионлаған ҡасаҡтар, енәйәтселек, локаль алыш, террор ҡорбандары...
Илебеҙҙә экстремизм һәм террор идеологияһының үҫеше, ҡайһы бер йәштәрҙең әхлаҡи яҡтан деградацияға бирелеүе лә хәүефле. Социаль процестарҙың глобалләшеүе, уларға төрлө донъяуи ҡарашлы кешеләрҙән торған төркөмдәрҙең ылығыуы — хәҙерге заман үҙенсәлеге. Был иһә дәүләт һәм йәмғиәтебеҙҙең һәр өлкәһенән яңы ҡараш талап итә.
Шуға күрә һәр кемгә һиҙгер һәм уяу булырға кәрәк.
М.Зиннурова.
Читайте нас: