Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
18 Апреля 2019, 12:04
Берҙәм ең һыҙғанайыҡ
БР Дәүләт йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлеге секретары Константин Толкачев бөтә кимәлдәге — ауыл советтарынан алып Дәүләт Думаһына тиклем депутаттарҙы үҙҙәренең һайлау округындағы өмәләрҙә ҡатнашырға саҡырҙы.
—Парламентарийҙарҙы сараларҙа ҡатнашыусылар ғына түгел, уларҙы ойоштороусылар итеп тә күрге килә,-тип билдәләне ул. — Өмәлә ең һыҙғаныу депутаттар өсөн “мәжбүр итеү” булмаһын өсөн, был эшкә аңлы ҡарау мөһим. Дөйөм файҙалы хеҙмәткә үҙ өлөшөңдө индереү элекке кеүек байрам кәйефе өҫтәһен. Ә бит предприятие коллективы йә йорт хужалары үҙҙәре бергәләшеп өмәләр үткәргән ерҙә оҙайлы ваҡыт таҙалыҡ һаҡлана. Беҙ барыбыҙ ҙа һалым түләйбеҙ, сүп-сар өсөн иҫәпләшәбеҙ, ә өмәләргә сығырға тигән закон юҡ, ул кешенең аң-зиһен кимәленә һәм мәҙәнилегенә ҡайтып ҡала. Аңларға кәрәк, подъездар, ихаталар, урамдар, ҡала-ауылдар — беҙҙеке. Республикабыҙҙа тәртип булдырайыҡ һәм май байрамдарын күңел көрлөгө һәм таҙалыҡта ҡаршылайыҡ.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"