Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Апрель 2019, 11:12

Ҡурҡыныс сир

Вируслы А гепатиты бауырға ҙур зыян килтерә һәм күп осраҡта һары ауырыуына дусар итә. Уның төп сығанағы — сирле кеше.
Был хаҡта БР буйынса Роспотребнадзор идаралығының транспортта һәм территорияларҙы санитар һаҡлау бүлегенең эксперт-белгесе Гүзәл Ғәлимова түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Ауырыу кешенән инфекция тышҡы мөхиткә тиҙәк аша тарала, ул һыу ятҡылыҡтарын бысрата, шулай итеп, эсәр һыу, йәшелсә-емеш, икмәк, һөткә килеп эләгә. Көнкүрештә бысраҡ ҡулдар һәм йыуылмаған әйберҙәр аша йоғоуы мөмкин. Һыу ингәндән һуң күпләп ауырығандар ҙа билдәле.
Һау-сәләмәт кешенең организмына эләккән вирус ике аҙна эсендә үҙен һиҙҙертмәй.
Ауырыу билдәләре:
- аппетит юғалыуы;
- оҙайлы ваҡыт ҡоҫҡо килеүе, ҡоҫоу;
- ашағандан һуң эс күбеүе һәм уң яҡ ҡабырға яғынан ауыртыу тойоу;
- грипҡа хас билдәләр — тән температураһы күтәрелеүе, дөйөм хәлһеҙлек, тамаҡ ауыртыуы,
Һәр кем белергә тейеш: һейҙек ҡарая йә тиҙәк ағара, күҙ алмалары һәм тире һары төҫкә керә икән, тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр ваҡытында сара күрелһә, елһенеүҙәр булмаясаҡ.
Профилактик саралар:
- ашар алдынан һәм бәҙрәфкә барғандан һуң ҡулдарҙы һәр ваҡыт һабынлап йыйыу (балаларҙы ла бәләкәйҙән ошо ғәҙәткә өйрәтеү);
- емеш-еләк, йәшелсәне ҡулланыр алдынан ентекләп йыуыу, ҡайнар һыу менән сайыу;
- осраҡлы сығанаҡтарҙан һыу эсмәү;
- тәғәйен урында ғына (пляж һәм бассейн) һыу инеү;
- эпидемик күрһәткестәр буйынса вируслы А гепатитына ҡаршы профилактик прививкалар яһатыу;
- сир билдәләре асыҡланғанда үҙ аллы дауаланмау;
- дауаланыуҙан баш тартмау.
Ошо кәңәштәрҙе иғтибарға алғанда, үҙ ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелгәндә хәүеф-хәтәргә урын ҡалмаҫ. Шуға күрә шәхси гигена ҡағиҙәләрен инҡар итмәйек.
Миләүшә Бәширова яҙып алды.
Читайте нас: