Инйәр
+21 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
12 Апреля 2019, 12:39
Йыһан киңлегендә
Элек-электән йондоҙҙарҙың серле емелдәүе һәм күктең сикһеҙлеге кешеләрҙе үҙенә йәлеп иткән. Бала саҡта зәңгәр күккә төбәлеп, кемебеҙ Йыһанды иңләү тураһында хыялланманы икән!? Бынан 58 йыл элек, 1961 йылдың 12 апрелендә тарихта кеше тәүге тапҡыр оса. Ул - Юрий Алексеевич Гагарин!
Юрий Гагарин “Восток-1” йыһан карабында бер тапҡыр Ер шары тирәләй әйләнеп сыға. Ул 108 минут оса. Бөгөн, йыһан станцияларында бер нисә айлыҡ экспедициялар үткәрелгән ваҡытта, был бик аҙ һымаҡ күренә. Юрий Гагарин иһә йыһанда ла кеше эшләй һәм йәшәй алыуын раҫланы. Ошо ваҡыттан алып космонавт һөнәре барлыҡҡа килә. Һәр үҫмерҙең тиерлек күңеленә йыһангир булам тигән хыял инеп урынлаша. Кешенең йыһанға осошо уның киңлектәрен үҙләштереү өсөн яңы аҙым булып торҙо. Хәҙер был көн Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө тип билдәләнә.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур