Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Апрель 2019, 12:39

Замандашыбыҙ — Мәскәү сәхнәһендә

Рухлы замандаштарыбыҙ район, республика бәйгеләрендә генә түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең мәртәбәле конкурстарында, донъя кимәлендәге марафон ярыштарында ла һынатмай. Шундайҙарҙың береһе — Көмәрле ауылынан уңғандарҙың- уңғаны Вәсилә Камалетдинова.
Күптән түгел баш ҡалалағы “Селтәр” студияһы ағзалары, “Байыҡ” телевизион бәйге еңеүсеһе Фатима Хәйретдинова, район-ҡалаларҙан ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙына ла Мәскәүҙә “Нур” Халыҡ-ара башҡорт конкурсында ҡатнашырға форсат тейә. Улар үҙҙәренең биҙәүестәрен, милли кейемдәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, илебеҙҙең баш ҡалаһы сәхнәһендә “Кейем дефилеһы”нда мәскәүлеләрҙе хайран ҡалдыра.
Вәсилә Камалетдинова ошо хаҡта ихлас күңелдән тәьҫораттары менән уртаҡлашты: “Мәскәүҙә үҙебеҙҙең күлдәк, камзулдарҙы кейеп, биҙәүестәребеҙҙе тағып, халыҡты ғәжәпләндереп ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең ҡул эштәребеҙҙән ( һаҡал, селтәр, муйынса, ҡашмау һәм башҡалар) күргәҙмә лә иғтибар үҙәгендә булды. Халҡыбыҙҙың сағыу кейемдәре, ысынлап та, һушты алырлыҡ. Үҙ ерлегенә ҡарап, күлдәк, баш кейемдәре лә үҙенсәлекле, шунлыҡтан төрлөлөгө, биҙәлеше менән айырылып тора. Ҡала урамдарында йөрөгәндә сит ил вәкилдәре беҙгә, тәңкә-мәрйендәрен сылтыратып йөрөгән ҡатындарға ҡарап, һоҡланыуын белдерҙе, ситтән ҡыҙыҡһынып ҡараны, яҡын килеп һорашыусылар ҙа бар ине, күптәре фотоға төштө,”-ти.
Арып-талыуға ҡарамаҫтан, улар төн йоҡоһон ҡалдырып, тыуған Башҡортостанға ҡайтышлай уҡ тағы ла бер бәйгегә өлгөрә. Киров районында уҙғарылған “Мин яратам һине, тормош!” өлкән йәштәгеләр конкурсында үҙҙәренең йыр-бейеүҙәре менән сығыш яһап, лауреат исеменә лайыҡ була. Әүҙем гүзәл заттарға “Афарин!” тиергә генә ҡала. Әле Вәсилә Камалетдинова сираттағы марафонға әҙерләнә, бынан тыш, яҡындарына иғтибарын бүлергә тырыша һәм яратҡан шөғөлө — боронғо кәсепселек — биҙәүестәр яһау күңел торошон тик ыңғай тулҡындарға көйләй.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: