Башҡортостан Хөкүмәте Бойороғона (04.03.2019 йыл,№181-р) ярашлы, Халыҡ-ара аҫаба халыҡтарҙың телдәре көнөнә һәм республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған саралар сиктәрендә 2019 йылдың 10-12 апрелендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы уҙғарыла.
Уның маҡсаты — башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа инновацион һәм фәнни-методик алымдар эҙләү, милли мәғарифта фәнни һәм белем биреү хеҙмәттәшлеген киңәйтеү, Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм Башҡортостан Республикаһы белем биреү учреждениеларында башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау.
Унда Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәренән ( Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау,Свердлов өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Мансы автономлы округы, Мәскәү ҡалаһы) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, белем биреү учреждениелары директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, юғары һәм махсус белем биреү учреждениелары етәкселәре, уҡытыусылары һәм студенттары, белгестәре, ҡала-район округы мәғариф, идаралыҡ,бүлек методистары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс), ата-әсәләр вәкилдәре, педагогик хеҙмәт ветерандары ҡатнашасаҡ.
11 апрелдә пленар кәңәшмәлә башҡорт телен өйрәнеүгә, уны мәҙәниәт, фән, киң мәғлүмәт саралары һәм интернет селтәрендә киң ҡулланыу һәм популярлаштырыуға арналған көнүҙәк һорауҙар буйынса бәхәс майҙансыҡтары ойоштороласаҡ.
12 апрелдә Өфөлә белем биреү ойошмаларының презентация тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡарала. Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе уҡытыу Концепцияһына, Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү Концепцияһы проектына тәҡдимдәр индереү планлаштырыла.