Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Апрель 2019, 12:54

Маҡсатҡа ярашлы

Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль район Советының сираттағы 29-сы ултырышы үтте.
Көн тәртибендә һигеҙ һорау ҡуйылды. Тәүгеһе —“Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль райондың 2019 йылға һәм план осоро 2020, 2021 йылдарға бюжеты тураһында”ғы (№354) Совет ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында финанс мәсьәләләре буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Л.А.Фирсова яҡтыртты.
Район мәғариф бүлеге начальнигы А.В.Матвеев сығышында һүҙ муниципаль райондағы белем биреү усаҡтарындағы мәктәп музейҙары һәм ошоға ҡағылышлы эшмәкәрлек тураһында барҙы.
Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы В.Л.Пьянов иҡтисад бүлеге эшмәкәрлеге һәм шулай уҡ кесе эшҡыуарлыҡ һәм райондағы демографик хәл-торош тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғ.И.Төгөлбаевтың сығышы муниципаль районда ауыл хужалығы предприятиеларында мал ҡышлатыу барышына арналды.
Урындағы милек буйынса комитет рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А.В.Вдовин мунициаль милек һорауҙарына ҡағылышлы мәғлүмәт менән таныштырҙы.
Көн тәртибендге бөтә һорауҙар буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: