Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Апрель 2019, 13:41

Өмөт менән маҡсатыңа табан

“Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йорто тәрбиәләнеүселәре дәртлеләр, йыр-бейеүгә маһирҙар, шул уҡ ваҡытта спорт менән дә дуҫтар. Бер ваҡытта ла буш ултырмай, төрлө сараларҙа ҡатнашырға, файҙалы эштәр менән булашырға яратҡандар республика, төбәк-ара бәйгеләрҙә лә үҙҙәрен яҡшы яҡтан танытып өлгөрҙө.
Ошо арала беҙҙең йорт вәкилдәре Өфө ҡалаһында уҙғарылған “Йәгеҙ әле, егеттәр! Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!” тип аталған төбәк конкурсына барып ҡайтты. Был бәйге сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, физик күнегеүҙәр менән даими шөғөлләнеү, аралашыу һәм башҡа маҡсаттарҙан сығып ойошторолдо. Биш кешенән торған “Футбол һөйөүселәр” командаһы: Дәүләнова Әлиә, Щелчкова Надежда һәм Иванов Владимир, хеҙмәткәрҙәр Ғибәҙуллина Әлфиә һәм Муллагилдина Әлиә барлыҡ конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашып, “Гроза ворот и вратарей” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
“Мөхәббәт” төбәк хәйриә фонды ирекмәндәре “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йортоноң көтөп алған ҡунағы. Сираттағы осрашыуҙа улар “Ышаныс” темаһына әңгәмә үткәрҙе, тәрбиәләнеүселәргә донъяға билдәле булған Ник Вуйчич яҙмышын һүрәтләгән видеоролик тәҡдим итте һәм уның өлгөһөндә йәшәүгә ышанысты юғалтмаҫҡа, өмөт менән маҡсатыңа табан алға барырға саҡырҙы.
Тамаша залында барған йәнле һөйләшеүҙән, фекер алышыуҙан һуң ирекмәндәр, бүлмәләр буйынса йөрөп, тәмле күстәнәстәр таратты.
Әлиә Муллагилдина,
мәҙәни саралар ойоштороусы.
Читайте нас: