Районда физикультураға, спортҡа һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы йылдарҙа волейбол, мини-футбол, баскетбол, еңел атлетика, саңғы кеүек спорт төрҙәре ҙур популярлыҡ алды.
Район хакимиәте башлығы А.Комзалов тәҡдиме менән Архангелдә ир-егеттәргә – тренажер, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн фитнес залы эшләй башланы. Ошо йәһәттән тренажер залына махсус ҡоролмалдар һатып алынды, шулай уҡ тиҙҙән фитнес залында ла тәғәйен матди база яңыртыласаҡ.
Әлеге мәлдә тренажер залында 15 йәштән олораҡ ир-аттар шөғөлләнә. Күнекмә дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре киске сәғәт 18.30-ҙан 21.00-гә тиклем “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тренеры И.Әхмәтйәнов етәкселегендә уҙғарыла. Фитнес түңәрәгенә лә теләк белдереүселәр байтаҡ. Район мәҙәниәт йорто хореографы Р.Әсмәндийәрова аҙнаһына өс тапҡыр (дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәре киске сәғәт 18.30-ҙан 20.00-гә тиклем) күнекмә алып бара.
Ошо көндәрҙә Александр Анатольевич үҙенең эш планына ярашлы, ирекле көрәш, тренажер һәм фитнес залдарының эшмәкәрлеге менән танышты.
райондың спорт һәм физик культура буйынса комитет рәйесе.