Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Апрель 2019, 14:12

Фоторепортаж "Штандарт юлын дауам итә"


Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Райондың йылъяҙмаһында республика тарихы” тип аталған фестиваль-марафон төрлө ойошмалар үҙешмәкәрҙәре араһында дауам итә. Мәртәбәле сара ижадҡа, матурлыҡҡа ынтылғандарҙы, илһөйәрҙәрҙе берләштерә. Был юлы фестивалдә марафон штандартын ҡабул итеп, Архангел мәғлүмәт үҙәге, Архангел ауыл хакимиәте, Ауырғазы күп профилле колледж филиалы һәм район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны.
Программа рухлы, моңло йырҙарға, сағыу номерҙарға бай булды. Һәр ойошма үҙенең мәҙәни һәләттәрен күрһәтергә тырышты. Архангел ауыл хакимиәте белгестәренең вокал ансамбле “От людей на деревне не спрятаться”, күп профелле колледж студенттарының “Старый клен”, полиция хеҙмәткәре Илмир Сөләймәновтың “Дим буйҙары”, “Тормош иптәшемә”, район эске эштәр бүлеге ветераны Риф Ғафаровтың “Таш түрә”, “Миләүшәләр”, Архангел мәғлүмәт үҙәге хәбәрселәренең ”Яҙғы йыр” йырҙары күңелдәрҙе елкендерҙе.Шулай уҡ “Инйәр” гәзите хеҙмәткәре Гөлназ Фәтҡуллинаның өҙҙөрөп бейеүе һәм коллектив хор көслө алҡыштар менән оҙатылды.
Ғөмүмән, Республикабыҙҙың тарихына, ҡаҙаныштарына, бөгөнгөһөнә арналған йөкмәткеле концерт тамашасыларға оҡшаны. Сығыштарҙы тәжрибәле баһалама комиссияһы ҡарап, гала-концертта тәҡдим ителәсәк номерҙарҙы һайланы. Сара Архангел еренең таланттарға бай булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Читайте нас: