Инйәр
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Апрель 2019, 13:02

Башҡорт теле уҡытыусыларының ҡоро

Республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр ойоштороласаҡ мәртәбәле сараға район белем биреү учреждениеларының нисек әҙерләнеүе тураһында ҡыҙыҡһынып, мәғариф бүлеге методисы Лена Садыҡоваға мөрәжәғәт иттек.
— Лена Хәйразый ҡыҙы, ҙур күләмле йыйын ниндәй маҡсаттарҙан сығып ойошторола?
— Бөгөн башҡорт теле дәрестәренең яҙмышы күптәрҙе борсоуға һалды. Шуға күрә ошо съезд туған телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау, уның киләсәген хәл итеү маҡсатынан телебеҙҙең, халҡыбыҙҙың яҙмышына битараф булмағандарҙы бергә йыя һәм әлбиттә, бындай саралар уҡытыусылар өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу урыны.
—I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы алдынан ниндәй эштәр башҡарылды?
— Ғөмүмән, район мәғариф бүлегендә съезд алдынан ғына түгел, ә һәр ваҡыт башҡорт теленә, башҡа туған телдәргә ҡарата иғтибар ҙур һәм был өлкәлә байтаҡ эштәр алып барыла. Башҡорт телен өйрәнеү, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт тәрбиәләү ниәтенән төрлө бәйгеләр, конкурстар, конференциялар, байрамдар, осрашыуҙар уҙғарыла. Ә инде уҡытыусылар ҡорона килгәндә, яңыраҡ ҡына съезға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Тел ғилеме барыһы өсөн дә” тип аталған киң күләмле фәнни-тикшеренеү конференцияһын үткәрҙек. Был сарала балаларҙың ижади-тикшеренеү проекттарын ҡарауҙан тыш, туған телдәргә, башҡорт теленә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә күтәрҙек, уҡытыусылар менән берлектә маҡсаттар, эш пландары билдәләнде, фекер алышынды, ҡарарҙар ҡабул ителде. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, һөнәрселек колледжында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иҫтәлекле даталарға бәйләп әҙәби-музыкаль кисәләр, конкурстар ойошторҙо, асыҡ дәрестәр күрһәтте. Район башҡорттары ҡоролтайында Абҙан мәктәбе директоры Фидәлиә Кинйәғолова белем усаҡтарында туған телдәрҙе өйрәнеү, башҡорт теле дәрестәренең хәле, уны үҫтереү, һаҡлау, уҡыусыларыбыҙҙың ҡаҙаныштары тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны. Шулай уҡ райондың милли белем биреү системаһы, алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, педагогик хеҙмәт ветерандары тураһында видеотаҫма әҙерләнек.
— Делегаттар итеп кемдәр һайланды?
— Мәғариф өлкәһендәге алдынғы ҡарашлы, әүҙем, заманса алымдар һәм технологиялар ҡулланып, яңы стандарт талаптарына ярашлы сифатлы белем биргән, балалар менән оҫта эшләгән, теле, халҡы өсөн янып-көйгән етәкселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәре һайланды. Бына улар: мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, Тирәкле мәктәбе директоры Эльвира Хәсәнова, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Венера Сәғәҙәтова, Ҡыҫынды мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Рәшиҙә Ғайсарова, 1-се Архангел мәктәбенән Айгөл Япарова, 2-се мәктәптән Резеда Маликова һәм мәғариф бүлеге методисы Лена Садыҡова. Ошо делегаттарыбыҙ менән баш ҡалабыҙҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезында ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә ышанабыҙ.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, уңыштар һеҙгә.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Читайте нас в