Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
10 Апрель 2019, 18:46

Донъя чемпионы – Архангелдә


Ошо көндәрҙә бокс буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Давид Аванесян 1-се Архангел мәктәбендә уҡыусылар менән осрашты. Давид Гаврушевич үҙенең сығышы менән Ғафури районы Табын ауылы егете.
– Хәҙер мин Ставрополь өлкәһенең Пятигорск ҡалаһында йәшәйем. Донъяла ниндәй генә илдә булһам да, Башҡортостанды, тыуған төйәгемде онотмайым, һәр саҡ ҡайтып туғандарымды, дуҫтарымды күрергә тырышам. Әлеге мәлдә Лондонда күнекмәләр үтәм. Ҡайҙа ғына булыуыма ҡарамаҫтан, һәр саҡ башҡорт балы аҙыҡ-түлек рационына инә, сөнки ул бик файҙалы,- ти донъя чемпионы Давид Аванесян.
Спортсы үҙе тураһында таныштырғас, залда йәнле әңгәмә башланды. Уҡыусылар боксерға ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Осрашыу иҫтәлеккә фото һәм автограф алыу менән тамамланды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: