Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
4 Апрель 2019, 19:16

Йәшәү йәмен күрәйек

Хәҙерге заманда йәштәр араһында төрлө проблемалар байтаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, суицид та уларҙың береһе булып һанала. Бигерәк тә йәш быуын араһында үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары һирәк түгел.
“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубының педагог-психологы Анна Андриянова Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында “Йәш шәхесте үҫтереү, психологик яҡтан һаулыҡты нығытыу, үҙ-ара бәйләнештәрҙе тергеҙеү, абруйҙы арттырыу” буйынса тренинг үткәрҙе. Студенттарға “Боҙ сатнау”, “Урындарҙы алмаштырыу”, “Артыҡ ултырғыс”, “Желе”, “15 секундҡа оратор”, “Ризалыҡ һәм ризаһыҙлыҡ”, “Боҙоҡ телефон” һәм башҡа профилактик күнекмәләр тәҡдим ителде. Айырыуса йәштәр “Йылға буйында ял итеү” оҫталыҡ дәресен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Сара суицидты профилактикалауға йүнәлтелгән “Тән сымырлай” социаль видеотаҫма ҡарау менән тамамланды.
Виктория Романова,
“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубының педагог-ойоштороусыһы.
Читайте нас: