Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
4 Апрель 2019, 18:48

50 йылдан һуң да йәш әле…

1967 йылда Максим Горький ауылындағы мәғариф учреждениеһы урта белем биреү мәктәбе статусына эйә була. Тәүге сығарылыш уҡыусылары 1969 йылда тамамлай. Тарих биттәренә килгәндә, революцияға тиклем Арх-Латыш биләмәһендә мәктәп бөтөнләй булмай. Ул ваҡытта балалар шәхси йортта латыш телендә генә белем ала. Тәүге мәктәп 1901 йылда төҙөлә, ҡыҙғанысҡа күрә, ике йылдан һуң янғын һөҙөмтәһендә юҡҡа сыға. Яңы мәктәп 1909-1910 йылдарҙа сафҡа индерелә һәм 1935 йылда ете йыллыҡҡа күсә…
Сараның рәсми өлөшөндә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғ.Төгөлбаев, Арх-Латыш ауыл биләмәһе башлығы Т.Галина, мәғариф бүлеге начальнигы А.Матвеев мәктәп директоры Н.Фрейман, ҡатнашып ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Юбилейға арналған кисәгә мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар, бында ҡасан да булһа эшләгән уҡытыусылар, директорҙар һәм башҡа ҡунаҡтар йыйылды.
Байрам кисәһендә ҡатнашыусыларҙы мәктәп буйынса экскурсия сәйәхәте көттө. Уларҙы төрлө йылдарҙы сағылдырған фотокүргәҙмәләр, мәктәп тарихы, абруйлы яҡташтар йыйынтығы, латыш музейы, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар көттө.
Сарала Максим Горький ауылы мәктәбендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Лариса Чепайкинаға, Алексей Стрельцовҡа, Галина Соснинаға, Зифа Рәшитоваға, Динара Мусинаға, Нур Бәшировҡа район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы, шулай уҡ Ринат Мәзитовҡа, Ольга Ғәлиәхәмәтоваға, Светлана Басыроваға һәм Юрий Таракановҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Мәктәп коллективы, шулай уҡ белем усағын тамамлаусы уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары байрамға күтәренке кәйеф өҫтәне.
Максим Горький мәктәбен төрлө йылдарҙа уңышлы тамамланан, хәҙерге ваҡытта төрлө дәрәжәле урындарҙа хеҙмәт итеүсе граждандар байтаҡ. Улар араһында: Ғ.И.Төгөлбаев – район хакимиәте башлығы урынбаҫары, К.И.Әһлиуллина – “Китап” нәшриәтенең директор урынбаҫары, Р.Ф.Фәтҡуллин – БР буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көрсөк хәле буйынса идара итеү үҙәге подполковнигы, ә А.З.Бәширов – майор, ОМОН хеҙмәткәре, Ю.Б.Мәзитов – үҙәк район дауаханаһы хирургы, Г.Р.Фәхретдинова – үҙәк район дауаханаһының педиатры, Н.В.Фрейман – ошо белем усағының директоры һәм башҡалар. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар, ауыл, район һәм республика тормошонда тырышып хеҙмәт итеүсе, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, әлеге мәлдә хаҡлы ялда булыусыларҙан В.Э.Степанова, Б.Х.Мәзитов, А.И.Гусарова, А.А.Панина һәм башҡа исемдәр ҙә иҫкә алынды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: