Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Апрель 2019, 14:20

Етәксе ғәйебен таныны

Прокуратура район Советы депутатына (“Строй-Комфорт” ЯСЙ-һы директоры) ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул РФ Енәйәт кодексының 145.1-се статьяһының 2-се бүлеге (хеҙмәт хаҡын түләмәү) буйынса ғәйепләнә. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, йәмғиәт етәксеһе 2017 йылдан 2018-гә тиклем үҙенең эшселәренә хеҙмәт хаҡын өлөшләтә йәиһә тулыһынса түләмәй. Ҡайһы бер осраҡта хеҙмәт хаҡы федераль закон тарафынан билдәләнгәндән кәм була. Районда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүсе предприятиеның 11 эшсеһенә дөйөм бурысы 329 мең һумдан аша.
Хеҙмәт хаҡын түләү урынына директор предприятиеның аҡсаларын шәхси иҫәп-хисапҡа, ауыл советына бағыусылыҡ күрһәтеүгә тотона, ҡаҙна учреждениеларынан килешеүҙәр буйынса килгән аҡсаларҙы хужалыҡ-финанс эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтә. Эшселәренә түләмәгән арауыҡта предприятиеның иҫәбенә 4,7 миллион һумдан ашыу аҡса күсә.
Етәксе ғәйебен таныны. Элегерәк прокуратура дәғүә ғаризалары менән судҡа мөрәжәғәт итте һәм енәйәти эҙәрлекләү ойошторҙо. Ҡәнәғәтләндерелгән дәғүә ғаризалары буйынса суд приставтары эшселәргә булған 200 мең һум бурысты түләттерҙе.
Енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүе судта хупланасаҡ.
Илдар Ғилманов,
район прокуроры.
Читайте нас: