Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Апрель 2019, 13:23

“Башҡорт ихаталары”

“Башҡорт ихаталары” программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, яндағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Ул 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән.
– Быйылға исемлек әҙер. Уның менән муниципаль берәмектәрҙең, шулай уҡ Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының (https://house.bashkortostan.ru/activity/14535/ һылтанмаһы буйынса) сайттарында танышырға мөмкин. 2019 йылда дөйөм алғанда, 480 ихата төҙөкләндереләсәк. Беҙҙең районға килгәндә Архангелдә бөтәһе өс күп фатирлы йорт билмәһе төҙөкләндереләсәк. Улар исемлегендә Совет урамы 50 һәм 54-се, шулай уҡ Лазо 4-се һанлы йорт. Эштең сифаты өсөн заказсы (муниципаль берәмек) һәм подрядсы (гарантия ваҡыты – өс йыл) яуап бирә. Унда хәүефһеҙ резина менән көпләнгән балалар майҙансығы, эскәмйәләр урынлаштырыу, контейнерҙар ҡуйыу урыны, яҡтыртыу, асфальт түшәү кеүек эштәр башҡарыу күҙаллана. Был эштәрҙе райондың юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы һәм “Водник” ойошмаһы башҡарасаҡ,- тип белдерҙе райондың төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь һәм муниципаль һатып алыуҙар бүлеге начальнигы Семен Дунаев.
Программала нисек ҡатнашырға? Бының өсөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр дөйөм йыйылыш үткәреп, ихатаны төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышып, уртаҡ ҡарарға килергә һәм һөҙөмтәлә урындағы хакимиәткә заявка бирергә тейеш. Ғариза муниципаль берәмектең йәмәғәт-административ комиссияһы тарафынан ҡарала, был ихатаның торошо, урындың үҙенсәлектәре, төҙөкләндереүгә мохтажлыҡ иҫәпкә алынып, программаға индереү-индермәү хәл ителә.
Киләһе йылға исемлек иһә быйыл III кварталда төҙөләсәк, заявкаларҙы 1 сентябргә тиклем тапшырырға кәрәк. Әгәр ниндәйҙер һорауҙар тыуа, проблемалар асыҡлана икән, халыҡ урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә ала.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: