Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Март 2019, 13:22

Йырлап йәшәүҙәре бер ғүмер

Йыр-моң күңелдәрҙе нурландыра. Ул берсә һағыш утында яндыра, берсә юғарыға әйҙәп илһам ҡанаттары ҡуя. Йыр кешеләрҙе рухландырыу, берләштереү көсөнә эйә. Район мәҙәниәт йортонда халыҡты әүҙемләштереү, дәртләндереү маҡсатында бәйгеләр үткәреп тора. Сираттағыһы конкурсанттарҙы һәм уларҙың дуҫтарын, таныштарын музыкаль ҡунаҡханаға йыйҙы.
Мәҙәни усаҡтың художество етәксеһе Сәриә Мағазова “Илһам”да ҡатнашырға йөрьәт итеүсе гүзәл заттарҙы сәхнә түренә саҡырҙы. 2-се Архангел мәктәбе уҡытыусыһы Ольга Кожевникова, хаҡлы ялдағы Зоя Мошкина һәм мәҙәниәт йортоноң техник хеҙмәткәре Ольга Чернова үҙҙәре менән таныштырҙы. Бер нисә өлөштәге һынауҙа бер кем дә ал бирергә теләмәне. Көйәрмәндәр ҙә йырҙарға дәррәү ҡушылып, плакаттарҙы юғары күтәрҙе, башҡарыусыларҙы ихлас алҡышланы. Ярыш сәме ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.
Ниһайәт, жюри бәйге йомғаҡтарын иғлан итте. “Талант” номинацияһында — О. А.Кожевникова, “Тамашасы һөйөүе”ндә — З.Н.Мошкина, “Артислыҡ һәләте”ндә О.А.Чернова билдәләнде. Бәйгеселәргә Диплом һәм бүләктәр тапшырылды.
Миләүшә Бәширова.
Читайте нас: