Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2019, 13:02

Яҙмышымдан уңдым ти Ҡыҙғы ауылынан Венера Нуриева

Ул 35 йыл клуб мөдире булып эшләгән. Күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары намыҫлы хеҙмәте хаҡында һөйләй.
Венера апай — Ҡыҙғы һылыуы. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө һөнәрселек училищеһында станоксыға уҡый. Ҡыҙ үҙенең ғүмерен мәктәп йылдарынан уҡ таныш ошо ауыл Ҡыҙғы егете Рәшит Иҡсан улы менән бәйләй. “Осраша башлағанда мин туғыҙынсы класта инем. Уҡып бөтөп, һөнәр алғас, баш ҡалала тағы өс йылдан ашыу эшләп алдым, шунан ғына өйләнештек. Әле йәшәгән нигеҙгә килен булып төштөм. Ҡәйнә менән ҡайным мине ныҡ ихтирам итте. Улар менән бар хәстәрҙе уртаҡлашып, бергә йәшәнек,” — тип ғаилә ҡорған йылдарын хәтергә алды хужабикә.
Туйҙан һуң йәш килен ауыл клубында хеҙмәт юлын дауам итә. Мәҙәни саралар менән халыҡ күңелен күтәргән йылдарҙа Венера Саҙретдин ҡыҙы эше тураһында тик ыңғай баһа ишетә. Үҙен оҫта ойоштороусы итеп таныта, кешегә ҡарата яҡшы мөғәмәләлә булыуы, мөләйемлеге, тырышлығы, сәмселлеге, егәрлелеге менән айырылып тора. Ауыл кешеләренән торған үҙешмәкәр коллектив тарафынан байрам концерттары ойошторола, район конкурстарында ҡатнашып, урындар яулайҙар. Былар, әлбиттә, клуб мөдире Венера Нуриеваның хеҙмәте. “Элек техника бик булманы. Даими рәүештә Баҡалдыға кәңәшмәгә саҡырҙылар, йәйәү йөрөй торғайным. Ә инде ниндәйҙер сара әҙерләһәк, үҙебеҙҙә ҡуябыҙ ҙа, унан тирә-яҡ ауылдарға гастролдәргә сығабыҙ. Сиражетдинов Булат — машинала, иптәшем тракторҙа йөрөттө. Байрам концерттары, спектаклдәр әҙерләргә ауылдаштарым ярҙам итте. Айырыуса Рәзилә, Фәриҙә, Зиннәт Сиражетдиновтар, Әлфирә, Ғаяз, Юнир Ноғамановтар, Наза, Әнисә, Бүләк Сәғитдиновалар, Роза Сиражетдинова уҡыусылары менән, һәм башҡалар әүҙем ҡатнаша торғайны”, — апай исемдәрҙе атағанда, уларҙың һәр береһенә рәхмәтле булыуын белдерҙе.
Көндәр, йылдар үтә, ваҡыт тигәнең һиҙелмәй үтә лә китә икән. Әле яңы ғына "Баҡалды” совхозының механизаторы Рәшит менән өйләнешеп, бер-бер артлы өс улдары донъяға килгәйне. Хәҙер инде үҙҙәре һөнәр эйәләре булған, тормош ҡорған балалары (кесеһенән башҡа) ейән-ейәнсәрҙе һөйөү бәхетенә насип иткән. Венера Саҙретдин ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы яратҡан эшендә эшләй. Хәләле менән улар гөрләтеп донъя көтәләр, күркәм йорттары әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Уңған хужабикә матурлыҡҡа ғашиҡ: йәйен өй тирәһе төрлө төҫтәге сәскәләргә күмелһә, тәҙрә төптәрен йыл әйләнәһе гөлдәр биҙәй. Нуриевтар йорт тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, ҡорт тота, баҡсала емеш-еләк һәм йәшелсә үҫтерә. Ошондай өлгөлө ғаиләләр районыбыҙҙа күберәк булһын ине.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: