Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2019, 12:41

“Республиканан ағас сығарыуҙы кәметергә кәрәк”,- ти Радий Хәбиров

Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында “Ресурстар, партнерлыҡ, интеграция” республика урман форумы уҙҙы. Сарала район хакимиәте башлығы А.Комзалов етәкселегендә район вәкилдәре лә ҡатнашты.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең урман сәнәғәте комплексында уға һаҡсыл мөнәсәбәт мәсьәләләре тәүге урынға сығасағын белдерҙе. Уның әйтеүенсә, урманды законһыҙ ҡырҡыу тураһында хәүефле мәғлүмәт йыш килә, айырыуса республика сигенә яҡын райондарҙан. Контролдә тотоусы органдарҙың тырышлығына ҡарамаҫтан, урманды ҡуртымға алған компаниялар аҙаҡ бының менән шөғөлләнмәй һәм урман участкаларын ҡуртымға бирә.
– Башҡортостандан ағас сығарыуҙы кәметергә кәрәк. Сөнки беҙ бюджеттың да, халыҡтың да аҡсаһын юғалтабыҙ,- тине Радий Хәбиров.
– Кәңәшмә барышында Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына сиккә яҡын райондарҙың биләмәһендә ауырлыҡ контроле хеҙмәттәрен ҡуйыу бурысы йөкмәтелде. Бер рәттән төбәктә башҡа ҡағылғыһыҙ эре урман ҡуртымсылары булмаясағы, һәр кем берҙәм ҡануни ҡағиҙәләр буйынса эшләүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды,- тине Архангел урмансылығы етәксеһе Л.Семенчук.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас: