Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2019, 13:19

Үрҙәр тырышлыҡта яулана

Гүзәлде Абҙан ауылында һәр йортта көтөп алалар. Мөләйем йөҙлө ханым һәр кем менән иркен аралаша, уртаҡ тел таба белә. Кәйефе булмаған кеше лә уның алдында йылмайып, һүҙгә ҡушылып китә.
Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында хисапсы һөнәрен үҙләштергән Гүзәл Килмөхәмәтова белемен артабан Йоматау ауыл хужалығы техникумында камиллаштыра. Хеҙмәт юлын тыуған Свердлов исемендәге колхозда башлай һәм хужалыҡ тарҡалғансы үҙ эшенә тоғро ҡала. Илдәге сыуалыштар, хеҙмәт урындары ҡыҫҡартыла башлағас, яңғыҙы балалар тәрбиәләгән, етмәһә, оло йәштәге әсәһен ҡараған Гүзәл аптырап ҡалмай, ауыл советы һәм клуб бинаһын йыйыштырыусы булып урынлаша. Егәрле ҡатын шулай бер нисә урында йүгереп йөрөп эшләргә лә, “Дуҫлыҡ” ансамблендә йырларға ла, ялт иттереп үҙ донъяһын көтөргә лә өлгөрә. Ирҙәрҙән бер ҙә ҡалышмай: бынамын тигән яңы йорт һалып керә, балаларын уҡыта, кеше итәргә тырыша.
2015 йылда почтальон булып урынлаша.
— Беҙҙең эш тынғыһыҙ, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡ та. Почтальондарға спортсмендар кеүек етеҙ һәм көслө, дипломаттар шикелле һөйләшеү алып бара белеү ҙә, психолог, әңгәмәсе лә, һатыусы ла була белергә кәрәк. Сөнки кешеләр менән эшләйбеҙ, төрлө яҙмыштар, кәйефтәр менән осрашабыҙ. Уларҙың ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашабыҙ.
Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланһа, халыҡты өгөтләп, аңлатыу эштәре алып барам. Планды нисек тә булһа үтәргә кәрәк бит. Хәҙер почтаға тауар һатыуҙы ла йөкмәтеп ҡуйғас, матбуғаттан тыш, көнкүреш тауарҙары, аҙыҡ-түлек тә йөрөтөп һатам. Аллаға шөкөр, планды арттырып үтәйем.
Ауылдаштарым уҡырға ярата. Республика, район матбуғаты, балалар өсөн гәзит-журналдар һорау менән алдырыла. Үҙебеҙҙең “Инйәр” гәзитенә ололарҙың ғына түгел, ә йәштәрҙең дә яҙылып тороуы ҡыуандыра. Эшемде яратып башҡарам.
Яҙмышым таҡыр һуҡмаҡтарҙан ғына торманы, һикәлтәле юлдары ла булды. Әммә, нимә генә булмаһын, мин уға рәхмәтлемен. Тормош йәшәй-йәшәй сабырлыҡҡа, был донъяла юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте, барыбер яҡшы кешеләргә юлдаш итте. Шуға күрә бер нимәгә ҡарамай, ныҡышмалыҡ менән яңы үрҙәрҙе яуларға кәрәк, сөнки үрҙәр тырышлыҡта ғына яулана,- тип һөйләне үҙе хаҡында Гүзәл Ғилфан ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: