Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2019, 13:35

Һис шикһеҙ һәләтлеләр

Өфө ҡалаһында Республика халыҡ ижады үҙәге ярҙамы менән V Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы үтте. Ике көн дауам иткән сараның маҡсаты — Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү, һәләтле балаларҙың ижадын популярлаштырыу, конкурсанттарҙың квалификация кимәлен күтәреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Балалар вокал, хореография, оригиналь жанр, нәфис һүҙ, инструменталь жанр һәм мода театры номинациялары буйынса көс һынашты. Бәйгелә район мәҙәниәт йортоноң “Йәйғор” бейеү коллективы ағзалары ҡатнашты.
Алтынова Ләйсән хореография номинацияһында “Пеппи оҙон ойоҡ” бейеүен башҡарып, диплом алды. Ошо уҡ номинацияла ҡыҙ Хәсәнов Иҙел менән “Дуҫлыҡ” бейеүен жюри хөкөмөнә сығарҙы һәм улар “Бейеү һалыуҙың үҙенсәлеклеге” дипломына лайыҡ булды. Вокал номинацияһында Хәсәнова Айлина “Бейеүсе ҡыҙ” йырын тәҡдим итте һәм 3-сө дәрәжәләге дипломант исемен яуланы. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Был бәйге коллектив етәксеһе Алеся Хәсәнованың тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күрһәтте. Уның тәрбиәләнеүселәре һәр номинацияла уңышлы сығыш яһаны. Ошо ҡаҙаныштары өсөн ул “Башҡортостан таланттары” конкурсының Рәхмәт Хаты менән билдәләнде.
Розалия Хәсәнова,
мәғлүмәт - методика бүлеге мөдире.
Читайте нас: