Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Март 2019, 12:33

“Халыҡ аяҡ үрә алҡышланы”

Театр йылы сиктәрендә Башҡортостанда һәүәҫкәр театрҙарҙың Республика фестиваль-марафоны уҙғарыла. Өфө районына декабрҙә Театр символы штандарты тапшырылыу сараһына төрлө район-ҡалаларҙан 44 режиссер барҙыҡ. Йыл дауамында һәүәҫкәр театрҙарҙың тамашалары күрһәтелеп, был штандарт муниципалитеттар араһында күсеп йөрөйәсәк. Ошо айҡанлы беҙ 27 февралдә Ҡырмыҫҡалы районына саҡырылдыҡ.
Унда Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр жанры буйынса баш белгесе Т.С.Ҡалмырҙина, Милли йәштәр театры етәксеһе М.Г.Кульбаев һәм районыбыҙҙан социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Ф.Ф. Хәсәнова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы В.В.Монасипов ҡатнашты.
Ҡунаҡсыл күршеләр беҙгә һый-хөрмәт күрһәтеп, ихлас ҡаршыланы. Тәнзилә Сәғит ҡыҙы актерҙарға уңыштар теләп, изге теләктәр еткерҙе.
Башҡорт, татар, сыуаш халыҡтарының ҡул эштәре күргәҙмәләре хайран ҡалдырҙы. Һәүәҫкәр театр коллективтарының әҫәрҙәрҙән өҙөктәре, Ҡырмыҫҡалының “Сатҡылар” халыҡ театры сығышы, хатта туй йолаһы атҡарылыуы яҡты тойғолар уятты.
Беҙ, “Өмөт” халыҡ театры артистары, Шамил Рәхмәтуллиндың “Түгелмә, шатлығым...” мелодрамаһын тәҡдим иттек һәм яңылышманыҡ. Ғаилә, атай-әсәй — бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, көнүҙәк проблемаларҙы сағылдырған спектаклебеҙ ҡырмыҫҡалылырға бик оҡшаны. Залды тетрәндереүгә, тәрән уйҙарға бирелеүгә дусар итеүебеҙ, йөрәктәргә яңы гәүһәрҙәр өҫтәй алыуыбыҙ менән сикһеҙ шатбыҙ. Халыҡ күҙ йәштәрен һөртә-һөртә аяҡ үрә алҡышланы. “Өмөт”тәр өсөн театр — йәшәү сығанағы тиһәм дә була. Артистарыбыҙ үҙ ролдәрен шул тиклем илһамланып башҡарҙы: Мәфтуха — Роза Ғәлиәхмәтова, Гөлзифа — Вәлимә Өмөтбаева, Зөһрә — Алеся Хәсәнова, Ҡәҙим — Алмас Хужин, Малик — Хәмзә Әлимғолов, Зилә — Сөмбөл Әхмәтова, Ринат — Урал Йосопов, шәфҡәт туташы — Рәүфилә Әлимғолова хисләнеп уйнап тамашасыларҙың күңелен арбауға иреште. Нәҡ был көндө күңелен бушатып сығыуға ирешкәндәргә актерҙар үҙҙәренең һәләте менән тормош ысынбарлығын кәүҙәләндереп, уларға йәшәү көсө, рух күтәренкелеге бирҙе. “Өмөт”тәрҙең берҙәм хеҙмәт баһаһы — Башҡортостан Республикаһында Театр йылына бағышланған үҙешмәкәр театрҙарҙың фестиваль-марафоны лауреаты исеменә лайыҡ булып, Диплом менән бүләкләнеүе! Беҙ барыһына ла ихлас рәхмәтлебеҙ.
Бай йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле кисә Театр йылының штандартын Архангел районына тапшырыу менән йомғаҡланды.
Вәлимә Өмөтбаева,
“Өмөт” халыҡ театры режиссеры.
Читайте нас: