Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2019, 13:55

Йылды йомғаҡлап

Архангел ветеринария станцияһының тамашасылар залында ауыл хужалығы, ветеринария участкалары хеҙмәткәрҙәренең дөйөм йыйылышы уҙҙы.
Район мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Наталья Скуина ауыл эшсәндәренең намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен, тырышлыҡтарын билдәләне, артабан район агросәнәғәтенең үткән йылғы эшенә йомғаҡ яһап, һанлы ауыл хужалығы, дәүләт субсидиялары, техника, мал һәм башҡа ҡорамалдар һатып алыу өсөн финанс ярҙам программалары, уларҙы оҫта ҡулланған хужалыҡтар буйынса иҫәп-хисап яһаны. Иғтибарҙы балыҡсылыҡ, ҡортсолоҡ, үҫемлекселек тармаҡтарына йүнәлтеп, уларҙы артабан үҫтерергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ветеринария участкаларының квалификациялы белгестәр, кәрәкле ҡорамалдар, техника менән тәьмин ителеүе, урындағы көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында ветеринария станцияһының начальнигы Венер Хажиәхмәтов ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Яһалма ҡасырыуҙың КФХ-ҙа ғына түгел, ә шәхси хужалыҡтарҙа ла ҡулланылыуы, уның отошло яҡтары, мал сирҙәренә ҡаршы профилактик сараларҙың ойошторолоуы һәм дауалау алымдары, “Меркурий” программаһының нисек бойомға ашырылыуы, ветеринар таныҡлыҡты дөрөҫ юллау темаларына ла туҡталды. Хеҙмәткәрҙәрҙән малдарҙы идентификациялауҙы тиҙ арала тамамлап, халыҡ араһында, бигерәк тә мәктәптәрҙә мал сирҙәре тураһында аңлатыу эштәрен алып барыуҙарын талап итте. Венер Сәрүәретдин улы 2019 йылдың планына ярашлы, һөҙөмтәле эшләү, юғары уңыштарға өлгәшеү, райондың ветеринар санитария торошон етди күҙәтеү аҫтында тотоу һәм башҡаларҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Артабан һүҙ профсоюз ойошмаһы рәйесе А. Сотниковҡа бирелде. Ул үҙ сиратында ойошманың иҡтисадына, күпме аҡса һәм ниндәй маҡсатта ҡулланылыуына, спорт һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуҙарына, дәүләт тарафынан тәҡдим ителгән льготаларға байҡау яһаны.
Сара һуңында алдынғы хеҙмәткәрҙәр һәм ветеринар участкалар тәбрикләнде. Һөҙөмтәле эшмәкәрлек итеү буйынса 1-се урын Краснокуртовка ветеринар участкаһына бирелде. 2-сегә — Баҡалды һәм 3-сө урынға Ҡыҙыл Еҙемдәр лайыҡ булды.
Архангел ветеринария станцияһының Маҡтау ҡағыҙы менән Ҡыҙыл Еҙем ветеринар станцияһының мөдире Е. Лисовская, Приуральенан — В. Морозова һәм Арх-Латыштан Р. Йәнешев, район Советының Маҡтау ҡағыҙы менән Баҡалдынан Р. Ҡотләмәтов бүләкләнде. РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты Краснокуртовка ветеринар участкаһының мөдире А. Сотниковҡа тапшырылды.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: