Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2019, 13:54

Һәр бала үҙ ризығы менән

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова:
— Бала үҫтереүсе ғаиләләрҙең көнитмешен еңеләйтеү маҡсатында республика тарафынан һәм федераль кимәлдә бик күп социаль ярҙам саралары күрһәтелә, улар янына яңылары өҫтәлеп тора. Мәҫәлән, 2019 йылда пособиелар күләме йәнә арттырылды.
Беренсе бала тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) айлыҡ түләү хәҙер 9182 һум тәшкил итә (2018 йылда 8892 һум ине). Ул ғаиләнең уртаса килеме уның һәр ағзаһына 14 328 һум булған осраҡта тәғәйенләнә (2018 йылда —14 247 һум) һәм бала йәш ярымға еткәнсе түләнә.
Быйыл тыуған өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙең күләме элеккесә ҡала – 8993 һум, пособие өс йәшкәсә түләнә. Түләүгә йән башына уртаса килеме 8975 һумдан артмаған ишле ғаиләләр хоҡуҡлы (әлеге мәлдә республикала балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәле шундай).
Бөтә бәхәсле һорауҙар буйынса республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Өфө ҡалаһы филиалына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ йәки пособиеларҙы юллау өсөн документтарҙы урындағы күп функциялы үҙәккә тапшырырға мөмкин.
Вставка:
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр планкаһын ике йәшәү минимумына тиклем күтәрергә тәҡдим итте. Бынан тыш, ул беренсе һәм икенсе балаға пособиеларҙы йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр алырға тейешлеген билдәләне.
Читайте нас: