Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
13 Март 2019, 13:49

Айырым йыйған осраҡта

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыу яғында
“Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡалдыҡтарҙы айырым йыйған граждандар өсөн түләүҙе кәметергә йәки бөтөнләй түләтмәҫкә тигән тәҡдим индерә. Шулай итеп, кемдәр экология тураһында хәстәрлек күрә, улар өсөн тарифтарҙы үҙгәртергә була һәм кәрәк, ти партия вәкилдәре.
“Таҙа ил” партия проекты координаторы Владимир Бурматов әйтеүенсә, реформаның мөһим сылбыры — сүп-сарҙы айырым йыйыу, эшкәртеү, ябыҡ цикл технологияһын ҡулланыу, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы яңынан файҙаланыу. Әгәр халыҡ сүпте айырым йыйып, эшкәртеүгә оҙата икән, тимәк, тирә-яҡҡа кире йоғонтоһо ла аҙыраҡ. Граждандар был пункт өсөн түләргә тейеш түгел, киреһенсә, барыһы өсөн аңлайышлы иҡтисади стимул булып тора.
Быны тормошҡа ашырырға кәрәк тигән фекер, моғайын, хуплау табыр. Тик күптәрҙең ҡыҙыҡһыныуы мөһим. Сүп-сарҙы айырым йыйған осраҡта, түләүҙәргә аҡса ул тиклем сарыф ителмәйәсәген кешеләр аңларға тейеш. Был йәһәттән урындағы үҙидаралыҡ органдары тарафынан әҙерлек эштәре талап ителә: ҡалдыҡтарҙың төрөнә ҡарап, махсус контейнерҙар урынлаштырыу, майҙансыҡ булдырыу һәм башҡалар. Башта уны көйләп ебәреү зарур, унан инде хаҡтарҙы кәметеүҙе ҡарау: айырым урам булһынмы, айырым кварталмы — барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш.
М.Зиннурова.
Читайте нас: