Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Февраль 2019, 10:55

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы ҡоралдарҙың һынау үтеүе темаһына арнаны.


Бер сәғәт самаһы Путин Рәсәйҙең фантастикаға яҡын яңы ҡоралдарын күрһәтте. Был АҠШ-тың ПРО системаларын йәйелдереүҙәренә һәм стратегик ядро ҡоралын сикләү буйынса килешеүҙән сығыуына ҡаршы аҙым ине.


Владимир Путин билдәләүенсә, ҡоралды һынау уңышлы үтте, уларҙың ҡайһы берҙәрен эшләп бөтөргә кәрәк, ә ҡалған өлөшөн ғәскәрҙәргә бөгөндән файҙаланыуға тапшырырға була.


Әйтергә кәрәк, был ҡоралдарҙың ҡайһы берҙәренең донъяла аналогтары юҡ. Һүҙ “Сармат” ракета комплексы, пилотһыҙ һыу аҫты кәмәләре, ядролы энергоустановкалы ҡанатлы ракета, “Кинжал” авиациялы ракета комплексы, лазерлы һәм гипертауышлы ҡорал тураһында бара.


Суперҡоралдарыбыҙҙы донъяға күрһәтеү – Рәсәйҙең оборона системаһында беренселеген күрһәтеү маҡсатында эшләнгәндер. Президент был системаларҙың баҫып алыуҙы түгел, ә тап оборона маҡсатында файҙаланыласағына баҫым яһаны.
Читайте нас в